Район хакимиәтендә “Бөрйән балы – башҡорт даны” халыҡ-ара этнофестивален үткәреү буйынса ултырыш үтте. Унда комитеттың составы раҫланды, байрам көнө, маҡсаттар билдәләнде.
Район хакимиәте башлығының махсус ҡарарына ярашлы, ойошма, предприятие, учреждениелар етәкселәренә һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына 18 август Арғыҙма яланында үтәсәк байрамды ойоштороуҙа - үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының сығыштарын әҙерләүҙә, милли спорт ярыштары һәм уйындар үткәреүҙә, күргәҙмәләр һәм тирмәләр ҡуйып-биҙәүҙә ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.
Ойоштороу комитетына байрам барышында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һәм йәмәғәт тәртибен һаҡларға, медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын ойошторорға, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ҡушылды.
Фестиваль сиктәрендә бал һәм умартасылыҡ продукттарынан сауҙа, йәрминкә һәм дөйөм туҡланыу урындары булдырыу, ҙур концерт программаһы әҙерләү, солоҡсолоҡҡа, бал етештереүгә һәм солоҡсолоҡ продукттарынан милли аш-һыу әҙерләүгә арналған күргәҙмә, конкурстар үткәреү (“Иң яҡшы солоҡсо”, “Иң яҡшы умартасы”, “Иң яҡшы умарта”, “Иң тәмле бал”, “Иң яҡшы ҡап (упаковка)”, “Бал ҡушып эшләнгән ризыҡтар”, декоратив ҡулланма әйберҙәр - сувенирҙар, эсемлектәр билдәләү һ.б. конкурстар), ҡул оҫталарының дәрестәрен үткәреү мәсьәләләре ҡаралды. Конкурста һәм спорт сараларында ҡатнашыусыларҙы баһалаясаҡ судьялар составы билдәләнде. Шулай уҡ асыҡ һауала концерт-дискотека ойоштороу ҙа планлаштырыла.