Бөтә яңылыҡтар
Белдереү
13 Июль 2018, 16:03

“Трактор” операцияһы

16 июлдән 17 авгусҡа тиклем Башҡортостанда “Трактор” операцияһы ойошторола. Уны республиканың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошона күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы үткәрә.

16 июлдән 17 авгусҡа тиклем Башҡортостанда “Трактор” операцияһы ойошторола. Уны республиканың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошона күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы үткәрә. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уның барышында төп иғтибар машиналарҙың төҙөклөгөнә, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, шулай уҡ водителдәргә махсус техника йөрөтөүгә рөхсәт биреү тәртибенә бүленәсәк. Халыҡтың именлеген һәм сәләмәтлеген, мөлкәттең һаҡланышын тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте хәстәрләү – сараның төп маҡсаты.

С. ИШМОРАТОВ, дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының Бөрйән районы буйынса баш инженер-инспекторы.
Читайте нас: