Бөтә яңылыҡтар
Белдереү
26 Июнь 2018, 14:05

Урал батыр йыя вариҫтарын

Хәбәр итеүебеҙсә, 27-30 июндә “Ағиҙел” ял һәм сәләмәтләндереү лагеры базаһында “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика бәйгеһе үтә. Быйыл был оло сара үткәрелә башлауға 20 йыл. Сара хаҡында һөйләүен һорап район мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәроваға мөрәжәғәт иттек.

Хәбәр итеүебеҙсә, 27-30 июндә “Ағиҙел” ял һәм сәләмәтләндереү лагеры базаһында “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика бәйгеһе үтә. Быйыл был оло сара үткәрелә башлауға 20 йыл. Сара хаҡында һөйләүен һорап район мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәроваға мөрәжәғәт иттек.

- Республиканың 47 район һәм ҡалаһынан балалар килеүе көтөлә. Был юлы конкурста алдан һайлап алыу турын үткән командалар ғына ҡатнаша.

Быйыл командалар парады район үҙәгендә үтәсәк. Быға тиклем ул лагерҙа ғына үтте һәм теләгән халыҡ уны ҡарай алманы. Парадта балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында үткән “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүселәр бәйгеләрендә еңеү яулаған 12 бала ла ҡатнашасаҡ.

Сараны асыу тантанаһы парадтан һуң район мәҙәниәт һарайында үтә. Унан һуң район үҙәгендә арҙаҡлы яҡташыбыҙ, фән докторы, академик Әхмәт Сөләймәновтың йорт-музейын (элекке пионерҙар йортонда) асыу тантанаһы планлаштырылған.

Беренсе турҙа 55 бала “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләү буйынса көс һынашасаҡ. Икенсе турҙа - эпосты сәхнәләштереү бәйгеһендә – 77 бала ҡатнаша.

Составында фән докторҙары, вуз уҡытыусылары булған жюри менән сәсәниә Розалия Солтангәрәева етәкселек итәсәк.
Һәр кис һайын дискотека, ял кисәләре, усаҡ янында уйындар ойоштороласаҡ. Балалар Иҫке Собханғол мәктәбе интернатында, лагерҙағы өйҙәрҙә йәшәйәсәк. 5 тапҡыр туҡланыу ҡаралған, - тине Р. Ғүмәрова.


Төп саралар:

28 июнь

- Парад (район үҙәгендә) – 10.00-10.30 сәғәттәрҙә;
- Сараны асыу тантанаһы (район мәҙәниәт һарайында) – 11.00-12.00;
- “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүселәр конкурсы (лагерҙа) – 16.00-20.00;
- “Беҙ бөрйәндәр – бер йәндәр!”, дискотека (ял программалары) – 20.30-22.30.



29 июнь

- Шүлгән мәмерйәһенә сәйәхәт – 09.00-12.00;
- “Урал батыр” эпосынан өҙөктәр сәхнәләштереү – 09.00-12.00 (тәүге төркөм), 16.00-20.00 (икенсе төркөм);
“Беҙ – Урал батыр вариҫтары”, дискотека (ял программалары) – 21.30-23.00.



30 июнь

- Конкурсты ябыу – 10.00-12.00.


Читайте нас: