Бөтә яңылыҡтар
Белдереү
29 Март 2018, 18:09

Иҫкәртеү саралары

20 марттан 20 апрелгә тиклем Бөрйән районы биләмәһендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса полиция бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре тарафынан, БР буйынса Эске эштәр министрлығының “Торлаҡ секторҙа енәйәттәрҙе иҫкәртеү буйынса профилактик сараларҙы ойоштороу һәм үткәреү тураһында” ҡарарына ярашлы, “Торлаҡ сектор” тигән шартлы исем аҫтында иҫкәртеү сараһы үтә.

20 марттан 20 апрелгә тиклем Бөрйән районы биләмәһендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса полиция бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре тарафынан, БР буйынса Эске эштәр министрлығының “Торлаҡ секторҙа енәйәттәрҙе иҫкәртеү буйынса профилактик сараларҙы ойоштороу һәм үткәреү тураһында” ҡарарына ярашлы, “Торлаҡ сектор” тигән шартлы исем аҫтында иҫкәртеү сараһы үтә. Уның маҡсаты – сәләмәтлеккә ауыр зыян килтереү һәм үлтереүҙәрҙе (шул иҫәптән ғаилә-көнкүреш өлкәһе мөнәсәбәттәрендә) иҫкәртеү, бынан тыш, превентив енәйәттәрҙе, хоҡуҡ боҙоусыларҙы асыҡлау һәм иҫәпкә ҡуйыу, шулай уҡ профилактик иҫәптә торғандарға контролде көсәйтеү буйынса эштәрҙе әүҙемләштереү.
Читайте нас: