Бөтә яңылыҡтар
Белдереү
15 Март 2018, 17:43

Республикала Мостай Кәримдең повесы буйынса «Өс таған» фильмында ролдәрҙе башҡарыу өсөн малайҙар эҙләйҙәр

Башҡортостанда Мостай Кәримдең повесы буйынса «Өс таған» фильмында ролдәргә кастинг иғлан ителде. Нәфис фильмды төшөрөү өсөн башҡорт телен белгән малайҙар кәрәк.

Башҡортостанда Мостай Кәримдең повесы буйынса «Өс таған» фильмында ролдәргә кастинг иғлан ителде. Нәфис фильмды төшөрөү өсөн башҡорт телен белгән малайҙар кәрәк.



Кандидат 11-12 йәштәрҙәге ауыл малайы образына инергә тейеш. Балаларҙың фотоһы һәм улар хаҡында мәғлүмәттәрҙе, «Кастинг»тип яҙып, [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.


Картинаның режиссеры — Айнур Асҡаров («Өфөнән һөйөү менән», «Еңмеш», «Беҙ ҡол түгел», «Пилорама», «Әсе бал», «Әсә»).


Фильмды Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында 2018 йылдың йәйендә төшөрөргә ниәтләйҙәр.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Башҡортостан» киностудияһы бөйөк башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына арналған «Өс таған» тулы метражлы нәфис фильмын төшөрөү өсөн республика Башлығының 9 миллион һумлыҡ грантын алды.


Читайте нас: