Бөтә яңылыҡтар
Белдереү
16 Февраль 2018, 16:35

Их, санаһы, санаһы!

23 февралдә “Урал” ФОК-ы биләмәһендә “Ҡыш байрамы – 2018” сиктәрендә Ғаилә йылы уңайынан “Әкиәти саналар” тигән конкурс үтә.

23 февралдә “Урал” ФОК-ы биләмәһендә “Ҡыш байрамы – 2018” сиктәрендә Ғаилә йылы уңайынан “Әкиәти саналар” тигән конкурс үтә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн саналарҙы фольклор (әкиәт, мәҫәл, мәҡәл, әйтем һ.б.) стилендә биҙәргә кәрәк.

Сананың хәрәкәтенә ҡамасауламаған, бала һәм тирә-яҡтағылар өсөн хәүеф тыуҙырмаған теләгән бер технология һәм өҫтәмә аксессуарҙар ҡулланырға мөмкин.

Парад 3 этапта үтә:
1-се этап – “Саналарҙы презентациялау”;
2-се этап – “Саналар парады”;
3-сө этап – “Еңеүселәрҙе ҡотлау”.

Биҙәүҙең үҙенсәлекле, балалар һәм тирә-яҡтағылар өсөн хәүефһеҙ булыуы иҫәпкә алына.


Конкурс 12.00 сәғәттә башлана.
Читайте нас: