Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
3 Октябрь 2023, 10:00

Уҡытыусым, һиңә мең рәхмәт!

Асман улыбыҙ Рәзинә Тимербулат ҡыҙы менән тәүге һүҙҙәрен уҡыны, миҫалдар эшләне, ҡабатлау таблицаһын ятланы. Уҡытыусыбыҙҙың һәр бер дәресе бер асыш булды.

Уҡытыусым, һиңә мең рәхмәт!
Уҡытыусым, һиңә мең рәхмәт!

Был йыл президент тарафынан уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Уҡытыусы һөнәренә ҙур иғтибар бирелеүенә, был һөнәрҙең кәрәклеген иҫбатлаған күп саралар үткәрелеүенә беҙ бик шатбыҙ. Был мөмкинлектән файҙаланып, улыбыҙҙың уҡытыусыһы Алтыншина Рәзина Тимербулат ҡыҙы тураһында бер аҙ һөйләргә теләр инек.

Рәзинә Тимербулат ҡыҙы беҙҙең улыбыҙ, Ямилов Асмандың беренсе уҡытыусыһы...

Беренсе уҡытыусыһы...Беҙ йыш ҡына был һүҙҙәрҙе әйткәндә, уҡытыусының беҙҙең тормошта ниндәй ҙур роль уйнауы хаҡында уйламайбыҙ ҙа тиерлек. Ә бит улар балаларҙын һәр ҡайһыһы уңышлы һәм бәхетле булһын, тип күпме көс, хеҙмәт, тырышлыҡ, күңел йылылығы сарыф итә. Көн һайын, йылдың-йылы үҙҙәрен аямай, бөтөн ғумере тулыһынса балаларға бағышлай. Дәфтәрҙәр тикшереп, конспекттар әҙерләп, киләһе дәресте нисек үткәрергә, тип пландар ҡороп, йоҡоһоҙ төндәр уҙғара ул, кескәйҙәрҙең уңышһыҙлыҡтарына көйөнә, уҡыусыһының бәләкәй генә булһа ла уңышына ла бар йөрәгенән һөйөнә!

Беҙ ҙә ошондай оло йөрәкле уҡытыусыға уҡырға эләгеүебеҙгә яҙмышыбыҙға рәхмәтлебеҙ! Һиҙгер күңелле, сабыр, тыйнаҡ, бер үк ваҡытта етди һәм ғәҙел, беҙҙен балаларҙы үҙ балаларылай күргән, хәстәрләгән оло йөрәкле уҡытыусы ул! Рәзинә Тимербулат ҡыҙы менән Асман Әлифбала беренсе һүҙҙәрҙе уҡыны, миҫалдар эшлане, ҡабатлау таблицаһын ятланы.Уҡытыусыбыҙҙың һәр бер дәрес бер асыш булды. Ул һәр баланың яҡшы кеше булыуына ышаныс күрһәтте, күңелдәрҙе елкендерерлек һүҙҙәр тапты. Уның беҙгә ышаныуынан иңгә ҡанаттар үҫә ине. Балаларҙы айырып яратманы, яҡшыға һәм насарға бүлмәне, балаларыбыҙҙы дөрөҫ йәшәргә, донъяны дөрөҫ ҡабул итергә, изге күңелле һәм аҡыллы, уңышлы булырға өйрәтте. Ул һәр баланың ысын кеше булып усеуенә шикләнмәне .Үҙенең оптимизмы менән ул беҙҙе мәктәп тормошона йәлеп итте, үҙ көсөбөҙгә ышанырға өйрәтте. Балаларҙы бер ҡасан да әрләмәй, тыныс, тигеҙ тауышы менән ул дәресте аңлата белеү ҙә Рәзинә Тимербулат ҡыҙының уҙе бер оҫталығы! Уның шундай дәрестәре арҡаһында Асман бик ҡыҙыҡһыныусан һәм тырыш булып үҫте.

Алеге мәлдә улыбыҙ 6 "ш"синыфында уҡый,төрлө түңәрәктәргә йорой...

Рәзинә Тимербулат ҡыҙының дәрестәре арҡаһында ул бик ҡыҙыҡһыныусан һәм тырыш булып үҫә.

Һүҙ аҙағында беҙ яратҡан беренсе уҡытыусыбыҙға етеп килгән Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап, ауыр хөрмәте алдында баш эйеп, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткергебеҙ килә ине:Рәзинә Тимербулат ҡыҙы, хеҙҙе етеп килгән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, тормошоғоҙҙа тик бәхеттәр теләйбеҙ!!!

Автор:
Читайте нас: