Беҙгә яҙалар
3 Октября 2023, 05:50

Ғорурланам уҡытыусым менән

Мәктәп - баланың икенсе өйө, ә уҡытыусы - уның икенсе ата-әсәһе. Һәр бер уҡыусыға үҙенең уҡытыусыһы ҡәҙерле, шулай уҡ миңә лә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғорурланам уҡытыусым менәнҒорурланам уҡытыусым менән
Ғорурланам уҡытыусым менән

Минең уҡытыусым Ҡыуандыҡова Гүзәл Ринат ҡыҙы. Ул егәрле,тырыш,талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусы. Шул тиклем мөләйем, бер ҡасан да беҙгә тауышын күтәрмәй. Дәрестәрҙе беҙ аңларлыҡ, ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ итеп алып бара. Киләсәктә дөрөҫ юлға баҫырға өйрәтә. Көн һайын иртәнсәк яҡты йөҙ менән беҙҙе мәктәптә ҡаршы ала, ә дәрестәр аҙағында алсаҡ йөҙө менән оҙатып ҡала. Ул беҙҙе әсәй һымаҡ ярата.

Мин ҡыуанам Гүзәл Ринат ҡыҙы минең уҡытыусым булғанға. Ғорурланам уҡытыусым менән.

Фирүзә Исламғолова.

8 йәш, 3 класс.

Автор: