Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
3 Октябрь 2023, 10:20

Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәрә

Илдар ағай Ишморатов беҙҙең класты икенсе йыл тарих фәненән уҡыта. 5 класта уҡығанда, беҙҙең класс етәксеһе булды.

Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәрә
Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәрә

Беҙҙең Яңы Усман мәктәбендә эшләүсе, тарих уҡытыусыһы һәм шулай уҡ мөдир булып эшләүсе Ишморатов Илдар. Шәкир улы тураһында яҙам.
Илдар ағай беҙҙең класты икенсе йыл тарих фәненән уҡыта.
5 класта уҡығанда, беҙҙең класс етәксеһе булды.
Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәрә..
Дәрестән һуң үткәрелгән сараларға, беҙҙең класс һәр ваҡыт актив ҡатнашты. Сөнки Илдар Шәкир улы беҙҙең класс өсөн барлыҡ ынтылыштары менән, беҙҙе йәлеп итте.
Ул беҙҙең класс етәксеһе булып эшләгән ваҡытта иң күп класс уҡыусылары беҙҙә ине.
Ун дүрт уҡыусы уҡыныҡ, ун малай, дүрт ҡыҙ..
Ә, быйылғы уҡыу йылында дүрт класташым, ситкә киттеләр уҡырға.
Беҙҙең класты иң шаяндары тип әйтә торған инеләр.
Беҙҙең класты, Илдар ағай иң әүҙем класс рәтенә сығарҙы. Походҡа һәр миҙгелдә, ауылдың бай тарихлы, ер - һыу атамалары менән таныштырҙы. "Ҡаршы тауға" ҡар әрселеу менән сыҡтыҡ. Ауылыбыҙҙы тау башынан ҡарап күҙҙәтек, ялан ҡырҙарзын атамалары менән Илдар Шәкир улы таныштырҙы. Баҡ тиһәң, беҙҙең мәктәп, беҙҙең йәшәгән Кусимов урамы, заманында ялан булған икән, иген сәскәндәр, симешкэ сәскәндәр һәм башҡа, төрлө иген төрҙәрен.
Класс етәксебеҙ һөйләгәндән, белдем был иҫтәлекле яңылыҡты.
Күрше район Баймаҡ ҡалаһына ла барҙыҡ.
Иң тәүҙә бөтә ергә киң таралған Темәс ауылында урынлашҡан "Зәки Вәлиди" музейына барҙыҡ. Үҙебеҙҙең башҡорт халҡы һәм уның үҫеше, үткәне тураһында күп яңылыҡтар белдек. Иҫтәлекле фотоға төштөк.
Ә, Баймаҡ ҡалаһы беҙҙең класты киң ҡоласын йәйеп ҡаршы алды.
"Бассейн"да һыу инек, күңелле аралышыу булды. Ата - әсәләр ҙә барҙылар беҙҙең менән. Фирҙәүес Дамулла ҡыҙы менән Илдар Шәкир улы беҙҙең уҡыусыларҙың уҡыуҙарыу өсөн , дәрестән тыш сараларға ла бар күңеленең йылылығын биреп, һәр уҡыусы менән уртаҡ тел табып уҡыусылар менән йылы мөнәсәбәттә булды һәм әлеге ваҡыттала беҙҙең һәр уҡыусы
менән бер рәттән һөйләшеп, ышаныс өҫтәйҙәр беҙгә.
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, һәр беребеҙҙең атайҙарыбыҙ ҙы-олатайҙарҙы саҡырып, уларҙың нисек итеп әрме сафында хеҙмәт итеүҙәре тураһында һөйләнеләр.
Ҡышҡы тәбиғәттә лә бар класс менән сығып тюбинектэр менән шыуып, йылы сәйҙәр эсеп ҡайттыҡ.
Уҡытыусым, рәхмәт һеҙгә!
Һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ, илебеҙ өсөн кәрәкле улдар - ҡыҙҙар булып үҫербеҙ. 

 


Ҡаһарманов Абдулла, 6 класс,

Яңы Усман мәктәбе.

 

Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәрә
Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәрә
Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәрә
Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәрә
Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәрә
Автор:
Читайте нас: