Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
2 Октябрь 2023, 10:20

Һәр кемдең күңелендә мәктәп йылдары матур хәтирәләр һаҡлайҙыр...

Һүҙем уҡытыусыларым Миндеғолов Ғәйфулла Ғәҙиәт улы һәм Зөбәйҙә Ғайнан ҡыҙы хаҡында булыр.

Һәр кемдең күңелендә мәктәп йылдары матур хәтирәләр һаҡлайҙыр...
Һәр кемдең күңелендә мәктәп йылдары матур хәтирәләр һаҡлайҙыр...

Ғәйфулла ағай Әтек ауылы егете, етмешенсе йылдар башында һигеҙ йыллыҡ мәктәбебеҙгә ҡайтып уҡытыусы булып эш башланы. Шул йылдарҙа Учалы районы ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусыһы булып килгән Зөбәйҙә Ғайнан ҡыҙы менән тормош ҡороп, алты балаға ғүмер биреп, ең һыҙғанып эшләнеләр.Ғәйфулла ағайҙың олоғайған әсәһе менән атаһын да матур тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаттылар.Бик күптәргә өлгө булып, бик матур йәшәнеләр.

Өҫтә әйтеүемсә, Зөбәйҙә апай башҡорт теленән белем бирҙе. Туған телебеҙҙе яратырға, уны һаҡлап ҡалыуға ҙур иғтибар бирҙе. Ул беҙгә әсәй ҙә, апай ҙа, ҡайһыларыбыҙға әхирәт тә булды. Ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға, яңы дуҫтар табырға, үҙ һүҙеңде әйтә белергә өйрәтте. Шулай уҡ ул уҡытҡан йыр дәрестәре яратҡан дәрестәребеҙҙең береһе ине. Зөбәйҙә апай бик матур йырлай, айырыуса халыҡ йырҙарын ихлас башҡара ине.

Тик тормош ҡанундары аяуһыҙ.Зөбәйҙә Ғайнан ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күскәс, ниҙәр генә кисерҙе икән уҡытыусыбыҙ?! Ауыр булһа ла балаларҙы аяҡҡа баҫтырып, һәр береһенә юғары белем биреп, үҫтереп, ҡайһыларын ғаиләле итеп, балаларының хөрмәтенә, рәхмәтенә төрөнөп йәшәне уҡытыусыбыҙ.

Икеһе лә тыныс холоҡло, ябай, кешелекле уҡытыусылар ине. Бик яҡшы, йылы хәтирәләр һаҡлайбыҙ. Йәндәре йәннәттә булһын уҡытыусыларымдың. Яҙмамды Ғәйфулла ағай һәм Зөбәйҙә апайҙың уҡыусыһы, ауылдашым Фирүзә Ҡолмәмбәтованың шиғыры менән тамамлайым. Мәктәбебеҙҙе 100 йыллыҡ юбилей байрамы менән ҡотлап, яҡты киләсәк, уҡытыусылар коллективына һаулыҡ, ҙур уңыштар, көс- дарман теләйем.

 

Мәктәбемә ҡайтам

Фирүзә Ҡолмәнбәтова, 1978 йылғы сығарылыш

Ҡолағымда сыңлай әле һаман

Еҙ ҡыңғырау, һинең сыңдарың.

Бала саҡтарыма ҡайтып киләм,

Һаҡындырған мәктәп йылдары.

Мәктәбемдә уҡып, белем алдым,

Һин, мәктәбем, белем усағы.

Ҡаршы алдың мине иң беренсе

Уҡытыусым, йәйеп ҡосағың.

“Әлифбаны” тәүҙә ҡулға алып,

Өйрәтте ул хәреф танырға,

Белем баҫҡысына үрләй- үрләй,

Үҙ юлыңды ерҙә табырға.

Сикәләргә инде сал ҡунһа ла,

Бала-саға кеүек атлығып,

Мәктәбемә тағы ҡайтам әле-

Барыһын да шундай һағындым.

 

Фәнүзә Түләбаева.

Һәр кемдең күңелендә мәктәп йылдары матур хәтирәләр һаҡлайҙыр...
Һәр кемдең күңелендә мәктәп йылдары матур хәтирәләр һаҡлайҙыр...
Һәр кемдең күңелендә мәктәп йылдары матур хәтирәләр һаҡлайҙыр...
Автор:
Читайте нас: