Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
2 Октябрь 2023, 11:15

Үҙ фәненә һөйөү тәрбиәләне

Һәр кемдең яратҡан, тормош юлында ҙур терәк, ярҙамсы, кәңәшсе, өлгө булған уҡытыусыһы бар. Минең яратҡан уҡытыусым, остазым, класс етәксем Науразбаева Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы.

Үҙ фәненә һөйөү тәрбиәләне
Үҙ фәненә һөйөү тәрбиәләне

Кем ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа,

Сабыр һүҙе менән йыуата?!

Кем әсәй кеүек наҙлы була белә,

Әсәй кеүек беҙҙе ярата?

Әлбиттә, ул - уҡытыусы!

Ошо һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдыма алсаҡ йөҙлө, балалар менән ихлас күңелдән аралаша белгән кеше килеп баҫа. Уҡытыусы һөнәре бик еңелдән түгел, сөнки ҡосаҡ-ҡосаҡ дәфтәрҙәр тикшереп, йоҡоһоҙ төндәр үткәреү, һәр бала менән уртаҡ тел табыу ҙур көс һәм тырышлыҡ талап итә.

Һәр кемдең яратҡан, тормош юлында ҙур терәк, ярҙамсы, кәңәшсе, өлгө булған уҡытыусыһы бар. Минең һүҙем уҡытыусым, остазым, класс етәксем Науразбаева Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы тураһында булыр. Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы беҙҙе 5-се кластан үҙ ҡосағы аҫтына алды. Беҙҙе алгебра һәм геометрия фәндәренә төшөндөрҙө. (Ни өсөн үткән заманда яҙам, сөнки мәктәпте бөткәнгә 22 йыл ғүмерҙә үтеп киткән). Күптәргә ауыр булған был фәндәрҙе Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы беҙгә ентекле итеп аңлатырға тырышты. Дәрестәрҙә математиканы ғына өйрәтеп ҡалманы, ә ҡатмарлы математик мәсьәләләрҙе сисергә, үҙ мәнфәғәттәрендә яҡлай белгән кешеләр тәрбиәләне ул.

Һәр формула нигеҙендә бер нисә билдә тора, һәр аныҡ билдәләмә артында йылдар, тиҫтә йылдар, математик үҙгәртеп ҡороуҙар, иҫәп-хисап, хаталы, фәһемле фекерҙәр, аксиоматик асыштар ята тиеп уйланмайбыҙ. Уҡытыусым өсөн дә математик формулалар һәм иҫәпләүҙәр генә түгел, ә фекерләү һәм аралашыу ысулы ла: логик, ыҡсым, иҫбатлау.

Ул беҙгә дәрестәрҙе төрлө яңы алымдар, технологиялар ҡулланып, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреүе менән дә үҙ фәненә һөйөү тәрбиәләне. Уйлап ҡараһаң, тормошта математика һәр саҡ кәрәк. Һин уҡытыусымы, төҙөүсеме, иҡтисадсымы, тегенсеме - һәр саҡ ябай мәсьәләләрҙә математик күҙлектән, уның ҡәғиҙәләре аша сиселә, яуап табыла. Шуға ла беҙ уҡытыусыбыҙ дәрестәрен ихлас күңелдән тыңлап, айышына төшөнөп ултырҙыҡ.

Мин бөтәбеҙ исеменән Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙына барыһы өсөн дә рәхмәттебеҙҙе еткерәм һәм баш эйәм.

Уҡытыусым, һеҙҙе етеп килгән уҡытыусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым! Һеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, балалар ҡыуанысы, ейән -ейәнсәрҙәр шатлығы, тыныс тормош теләйем!

Һеҙҙе ихтирам итеп уҡыусығыҙ-ҡыҙығыҙ

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе Ләлә Йосопова.

Автор:
Читайте нас: