Һәр бер кеше өсөн тәүге уҡытыусы ҡәҙерле була, хатта әсәй- атайҙан ҡала икенсе урында тора. Ул беҙгә тәү башлап уҡырға-яҙырға өйрәтеүҙән тыш, ҙур донъяға юлдар асып, танытыусы ла, яҡшылыҡты, матурлыҡты аңларға һәм күрергә ярҙам итеүсе лә булып тора. Был йәһәттән мин һәм минең тағы ла ун ете класташым тәүге уҡытыусыбыҙҙан уңдыҡ. Ғөмүмән, миңә тыуған ауылымда башланғыс класта уҡығанда ла, унан дүрт йыл дауамында Нәби 8 йыллыҡ мәктәбендә белем алғанда ла, артабан Белорет педучилищеһендә лә яҡшы уҡытыусылар ҡулынан белем алырға яҙҙы. Бөгөнгө һүҙем тәүге уҡытыусым Зәбирә Сәйфелмөлөк ҡыҙы Янтусова тураһында.
Апайыбыҙ менән күрешеп, хәл- әхүәлдәрҙе белешкәндән һуң, тиҙ генә сәй табыны әҙерләп, өҫтәл артынан урын алабыҙ, әкренләп хәтер йомғаҡтарын һүтергә тотонабыҙ. Күңелебеҙгә яҡын кеше эргәһендә үҙебеҙҙе иркен һәм тыныс тотабыҙ, нисектер тартыныу юҡ. Зәбирә апайҙың, ҡыуанысы йөҙөнә сығып, беҙҙе асыҡ йылмайып ҡаршы алыуы, һәр беребеҙгә төбәп, исемебеҙ менән
өндәшеүе, ихласлығы баштағы уңайһыҙланыуҙарыбыҙҙы тиҙ генә юҡҡа сығарҙы.
Уҡытыусыбыҙ үҙ хәтирәләре менән уртаҡлаша, ә минең күҙем алдына үҙемдең нисек итеп уҡырға барғаным килә.
Үткән быуаттың 1966 йылы, 1-се класҡа барырға тейешмен. Ғаиләбеҙ менән Ғәлиәкбәр яғындағы Яланайыра йылғаһы буйында "Ҡыҙыл таң" колхозы Мишәр фермаһының йәйләүендәбеҙ. Ниңә ул яҡҡа күскән йәйләү? , - тип аптыраусылар ҙа булыр, аңлатып китәйем.
Быға тиклем Мишәр фермаһы ауылға яҡын ғына Этаяҡ тигән ерҙә булған. Шул йылдарҙа малдар араһында бик зарарлы ауырыу таралыу сәбәпле, был ферманы бөтөрөргә тура килә лә инде.
Техника юҡ осор, оло ағайымды уҡыуға тип, әсәйҙәр кемгәлер атҡа ултыртып ҡайтарҙылар, ә бына беҙгә, икенсе ағайым менән миңә, мәктәпкә сентябрь аҙағында ғына ҡайтырға мөмкинселек булды.
Ул ваҡытҡа ферманы ауылға яҡыныраҡ булған Нөгөш тип аталған ергә күсергәйнеләр инде.
Әле лә күҙ алдымда ул сыуаҡ матур көн. Аралбай ауылы Шәмиғолов Нуретдин ағайҙың машинаһында төнөн Нөгөштән Аралбайға килеү һәм иртән тыуған ауылға ҡайтып төшөү. Машина, колхоз кәнсәһе эргәһенә килеп туҡтау менән, урам ашаһында урынлашҡан мәктәптән , сыр -сыу килеп, ап- аҡ алъяпҡыслы ҡыҙҙар, мәктәп кейемендәге малайҙар йүгерешеп килеп сыҡтылар. Тәнәфес мәле булғандыр. Ағайымдың класташтары килеп, уның менән күрешә башланылар, улар инде ҙур егеттәр, 4 -се клас уҡыусылары. Мине лә буласаҡ класташ ҡыҙҙар килеп уратып алғайнылар, звонок тауышы яңғыраны. Йүгерешеп мәктәпкә инеп киткән малайҙар һәм ҡыҙҙар артынан күҙем ҡыҙып ҡарап торғаным иҫемдә, әйтерһең дә улар бер сихри донъяға, мөғжизәле урынға инеп киттеләр.
Төштән һуң , иртәгәһе көндө еткерә алмай, дуҫым Вәзирә менән мәктәп тирәһенән әллә нисәне ураныҡ, нимә тураһында ғына һөйләшһәк тә һүҙ, мәктәп, уҡыу һәм уҡытыусыға барып төртөлә. "Зәбирә апай шулай тине, апай былай тине," - дуҫым бер -бер артлы хәбәрҙәрен теҙә генә. Ул һөйләгәндәрҙең күбеһен күҙ алдына килтерә алмаһам да, кемдәр менән бергә уҡыясағымды, кем кем менән ултырғанын, уҡытыусыбыҙҙың ниндәй кейем кейгәнен, сәсенә ниндәй прическа эшләүен, эшкә тотоп йөрөгән сумкаһы ниндәй икәнлеген кискә яҡшы белә инем инде.
Икенсе көнө иртән мәктәпкә барғас, Уҡытыусыбыҙ башымдан һыйпап, "Нәсимә килгән икән, әйҙә, ошонда ултыр", - тип мине иң алдағы партаға ултыртытты.
Шулай итеп мин дә , һуңлап булһа ла, Яңы Монасип башланғыс мәктәбенең уҡыусыһы булып киттем.
Уҡытыусыбыҙҙың бик талапсан ғына, кәрәк саҡта уҫал да икәнлеген тиҙ төшөндөм.
Иҫемдә, көндә иртән мәктәпкә киләбеҙ ҙә, кем бөгөн апайыбыҙға ҡаршы барып, уның сумкаһын тотоп алып килеү буйынса бер килкем, бәхәсләшеп ала инек. Был йәһәттән апайыбыҙ йәшәгән яҡта, йәғни урамдың түбән осо тип аталған яғында йәшәүсе класташтарым өлгөрөрәк булып сыҡтылар. Беҙҙең маҡсат, нисек тә уларҙан алдараҡ өлгөрөр өсөн, уҡытыусыбыҙ йәшәгән йорттоң ҡапҡаһы төбөнә уларҙан алда барып тороу. Ул бәхет миңә лә эләкте бер- нисә тапҡыр. Ооо, ул мәл! Әллә ниндәй ҙур эш башҡарған ҡиәфәттә апайыбыҙ алдынан, шәп -шәп атлап, урамдан үтәһең, класҡа килеп инәһең һәм уҡытыусының китап, дәфтәрҙәр менән тулы ауыр ғына сумкаһын ынтылып, өҫтәлгә ҡуяһың. Шунан ҡәнәғәт йөҙ менән партаңа ыңғайлайһың. Күп тә үтмәй, звонок яңғырай һәм дәрес - беҙҙең дә, уҡытыусыбыҙҙың да көндәлек ауыр ғына хеҙмәте башлана.
"Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу" тигән мәҡәл барыбыҙға ла яҡшы таныш. Баланың белем алыуға ынтылышы башланғыс класс уҡытыусыһының балаға ниндәй энә тоттора ла һәм шул энә менән нисек эш итергә өйрәтеүенә ныҡ бәйле.
Был йәһәттән беҙ тәүге уҡытыусыбыҙ Зәбирә Сәйфелмөлөк ҡыҙынан уңдыҡ тип әйтә алам. Талапсан уҡытыусыбыҙ ҡулынан уҡыу беҙгә ауыр бирелмәне. "Апайығыҙ һине маҡтаны, һуңлап килһә лә, уҡырға ла, яҙырға ла тиҙ өйрәнде, ҡыҙығыҙ отҡор ғына", - тип әсәйҙең ата - әсәләр йыйылышынан ҡайтып һөйләгәне хәтерҙә ҡалған.
Беҙ уҡыған осорҙа ла уҡыу әйберҙәре етешмәй ине әле. Апайыбыҙың көҙгә каникулда Белоретҡа ҡайтып килгәнендә 12 төрлө төҫлө ҡәләмдәр алып ҡайтып таратҡаны, матур бер хәтирә булып иҫтә ҡалған.
Башланғыс кластарҙа ручканы ҡара тип аталған шыйыҡсаға манып яҙҙыҡ. Уныһы үҙе бер тарих инде. Ручкаға перо тип аталған яҙыу ҡоралын ҡуяһың, һәр партала ҡара һауыты. Һаҡһыҙыраҡ ҡыланһаң, уныһы түгелеп китеп, һинең кейемеңде, партаны, дәфтәреңде буярға өлгөрә.
Тәнәфес булып, әгәр уҡытыусыбыҙ класта булмаһа, кире дәрескә ингәндә, ручкаларыбыҙ йыш ҡына түбә таҡтала ҡаҙалып торорҙар ине. Быныһы инде шуҡ малайҙар эше . Түбәнән тартып алған ручканың пероһы боҙолһа, яҙа ла алмай ултырған осраҡтар ҙа булды. Теге малайҙарға Зәбирә апайҙан еләккәндер инде, әммә уның тауышын ныҡ күтәреп әрләгәнен хәтәрләмәйем.
Зәбирә Сәйфелмөлөк ҡыҙы беҙҙең ауыл мәктәбенә эшкә ебәрелгән тәүге махсус белемле уҡытыусы.
Эш башлаған осорон ул бик яҡшы хәтерләй. Коллегаһы Нирислам ағай Газинды, мәктәп йыйыштырыусыһы Шәмсениса инәй Әйүпованы, "Ҡыҙыл таң" колхозы рәисе Рәмзи ағай Рахманғоловты, ауыл советын етәкләгән Салауат ағай Шәриповты, Зәки ағай Сөләймәновты һәм башҡа ауыл кешеләрен тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. "Мине Бөрйәндән Мишәргә Зәки ағай Сөләймәнов матас менән алып килде. Ауылды оҡшатманым, бер үҙем төпкөл ауылда нисек эшләрмен, -тип хафаландым. Юлдар насар, техника юҡ заман. Таң атҡансы, йоҡлай алмай, төрлө уйҙарға төшөп бөттөм. Тыуған яҡтарыма ҡайтайым, тигән уй башта нығынды минең. Иртә менән юлға йыйынғанымды күреп, Шәмсениса апай: "Һартҡа ла йәш уҡытыусылар килгән, тиҙәр, -" тип әйтеп һалды. Был хәбәрҙе ишеткәс, эсемә йылы йүгерҙе. Иртәнге сәйҙән һуң, юлды һорашып, киттем Иҙел ашаһындағы күрше ауылға. Аръяҡҡа ағастан эшләнелгән таяуҙарға, кеше йөрөмәле итеп, сабып һалынған ике бүрәнә нығытылған ҡоролма, ( был ҡоролманың "баҫма" тип аталғанын һуңғараҡ белдем) аша сығыр кәрәк икән дә. Ултырҙым байтаҡ яр башында, берәү юҡ исмаһам, ярҙам һорарға. Тәүәкәлләнем дә, баҫманан имгәкләп сыҡтым теге ярға, үҙем ҡурҡам, ағын һыуға ҡарамайым. Элек бит Ағиҙел йылғаһы мул һыулы, тәрән генә ине.
Иҫке Монасипта, кешеләрҙән һорашып, барып таптым теге йәш ҡыҙҙарҙы. Үҙемдең таныштар булып сыҡтылар. Улар менән һөйләшә-һөйләшә ултырып сәй эсеп, тынысланып, кире ҡайттым Мишәргә.
Мәктәпкә барып, шкафтарҙы асып ҡарап, нимә бар, нимә юҡ, тип танышып йөрөһәм, аҡ ҡына күлдәкле бер егет килеп инде. Үҙен район комсомол ойошмаһы секретары Фәйзуллин тип таныштырған егет, иртәгәлеккә уҡыусыларҙы алып, баҫыуға башаҡ йыйырға сығырға кәрәклеген әйтте. Был хәбәрҙе ишеткәс, тағы аптырауға ҡалдым. Ярай әле, колхоз рәисе Рәмзи Мансурович мине был эштән ҡотҡарҙы.
Шулай итеп, 1 сентябрь эшкә тотоноп киттем.Мәктәптең етәкселеген дә миңә тапшырҙылар. Ике уҡытыусыбыҙ, миндә 1-се һәм 3-сөләр, һәр класта ла балалар күп кенә, иҫемдә бөтәһе ҡырҡтан ашыу бала уҡыны ул йылды мәктәптә. Иркенләп тын алырға ла ваҡыт ҡалманы. Балалар менән эшләү әллә ней ауырлыҡ тыуҙырманы. Уҡыусылар белем алыуға ынтылып торҙолар, тырышып уҡынылар. Байрамдарҙы матур итеп әҙерләп, үткәрә инек. Ул ваҡытта уҡытыусыларға йәмәғәт эшен дә күп йөкмәтә инеләр. Был йәһәттән мин дә ситтә тороп ҡалманым, баҫыуға сығып, игенселәр алдында, кистәрен клубтарҙа политинформациялар үткәреү, йәштәр менән концерттар ҡуйыу, һәр төрлө өмәләрҙә ҡатнашыу, һанап китһәң, күп инде", - тип хәтерләй Зәбирә апай тәүге эш башлаған осорон.
Мәктәптең етәксеһе булараҡ , яҙ етеүгә, мәктәп майҙансығының тирә- яғын кәртәләтеүгә лә өлгәшә ул. Колхоз һәм ауыл советы етәкселеге ярҙамында утын әҙерләү мәҫъәләһе лә ыңғай хәл ителә.
Яңы Монасип башланғыс мәктәбендә тәүге хеҙмәт сирҡанысы алған йәш уҡытыусыны икенсе йылына райондың комсомол ойошмаһына эшкә күсерәләр. Унда өс йыл эшләгәндән һуң, артабан район мәктәптәрендә уҡытыусы, район мәғариф бүлегендә тәүҙә методист, аҙаҡ оҙаҡ йылдар инспектор булып та эшләргә тура килә уға. Эш менән бергә белемен дә үҫтерә -
Башҡорт дәүләт университетың башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай.
Зәбирә Сәйфелмөлөк ҡыҙы ҡайҙа һәм ниндәй генә вазифаларҙа эшләмәһен, үҙен заман менән бергә атлаусы, алдынғы ҡарашлы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, талапсан хеҙмәткәр итеп таныта. Уның тырыш хеҙмәте "РФ мәғариф алдынғыһы" маҡтаулы знагы, Башҡортостан мәғариф министрлығының һәм район администрацияһының күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары менән лайыҡлы баһаланған.
Бөгөнгө көндә ул хаҡлы ялда. Әммә тынғыһыҙ йөрәге уға өйҙә ятырға һис кенә лә ирек бирмәй. Байтаҡ йылдар Иҫке Собханғол урта мәктәбенең ветерандар советы ағзаһы булып, һәр төрлө сараларҙа ҡатнашып, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Район мәҙәниәт һарайы эргәһендә ойошторолған "Мираҫ" халыҡ вокаль ансамблендә шөғөлләнә. Йыр сәнғәте буйынса һәм башҡа һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулауға өлгәшкән. Уҡытыусыбыҙҙың ошондай әүҙем тормош позицияһында тороуы һоҡланғыс күренеш.
"Балаларым ҡырҙа йәшәһәләр ҙә, көн дә телефондан хәлемде белешеп торалар. Улдарым икеһе лә эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итәләр. Балалар, мөмкинселек булған һайын, ҡайтып торалар. Бына быйыл да яңыраҡ ҡына уларҙы оҙатып ҡалдым, рәхмәт яуғырҙарын. Дүрт ейән-ейәнсәргә өләсәймен.
Ҡырҙа йәшәгән туғандарым менән дә яйы сыҡҡан һайын осраша һалып алабыҙ. Тыуған яҡтарым Абзаҡта ла йыш булам.
Ҡыҫҡаһы, һис кенә лә өйҙә төңөлөп ултырырға ваҡыт юҡ.
Элекке уҡыусыларым да мине онотмайҙар, урамда тап булһалар, ололап матур итеп һаулыҡ һорашып үтәләр, өйөмә килеп, ҡотлап киткәндәре лә, хәлемде белергә ингәндәре лә байтаҡ. һеҙ ҙә бит минең тәүге уҡыусыларым, һәр берегеҙҙе иҫләйем. Фәнис менән Вәхитте район үҙәгенә килгәндәрендә урамда йыш осратам. Фәнистең уңыштарына ҡыуандым. Әҡсәнде, Фәнилде лә эшләгән ваҡыттарында йыш күрә торғайным. Бына ҡырҙа йәшәгәндәрҙе генә күргәнем юҡ. Туймазынан Әминә телефондан шылтыратып, хәлемде белешеп тора. Ә һеҙҙең менән бер системала эшләгәнгә, әлбиттә йыш осраштыҡ. Уңыштарығыҙҙы ишетеп, ана минекеләр, тип ҡыуана торғайным. Йәл, Миңзәлә менән Хәмдиә, йәшләй әрәм булдылар.
Рәхмәт, килеп хәлемде белеүегеҙгә, һеҙ ҙә хәҙер өләсәйҙәрһегеҙ инде, әммә һис бирешмәгәнһегеҙ, шулай булып йәшәгеҙ, - тип һүҙҙәрен теҙә уҡытыусыбыҙ.
Әйткәндәй, класыбыҙҙағы 18 уҡыусының дүртәүбеҙ уҡытыусы һөнәрен һайлағанбыҙ икән һәм яңылышмағанбыҙ. Миңзәлә Сәғитова Борай районында математика уҡытыусыһы булды. БР мәғарифы алдынғыһы Клара Әмирханова Иҫке Монасип мәктәбендә уҡыусыларға биология фәне серҙәрен өйрәтһә. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Хәмдиә Ҡыуандыҡова башланғыс кластар, РФ мәғариф алдынғыһы Н. Сәғитова тыуған ауылдарындағы мәктәптә тарих уҡытыусыһы булып эшләнеләр.
Уҡытыусыбыҙ телгә алған Фәнис Шәрипов һөнәре буйынса ветеринар, уның тырыш хеҙмәте БР ветеринария идаралығы һәм РФ ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған.
Вәхит Ҡыуандыҡов бөгөнгө көндә ауылдың "Илъяс" мәсете имамы. Мәсетте төҙөү буйынса эштәрҙе ойоштороусы һәм сафҡа индереүсе.
Әҡсән Әйүпов колхозда шофер булып, Фәнил Вәлиев төрлө эштәрҙә намыҫлы эшләнеләр. Бухгалтер, тегенсе, ашнаҡсы, малсы һөнәрен үҙ иткәндәребеҙ ҙә байтаҡ. Ниндәй генә өлкәлә эшләһәк тә, беҙҙең быуын кешеләре үҙ эштәрен яратып һәм белеп башҡарған быуын булды. Уҡытыусыбыҙ беҙҙең менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Тәүге уҡытыусыбыҙ менән осрашыуҙың аҙағына етеп килгәнен аңлап, Зәбирә апайға бер һорау бирмәй түҙмәнем, теге ваҡыт ҡайтып китмәй, Бөрйәндә эшкә ҡалғанына үкенмәйме, юҡмы икән.
Уҡытыусыбыҙ ниндәйҙер бер эске ғорурлыҡ һәм тулҡынланыу менән тап бөрйәндәрсә ышаныслы итеп:
-Йәшләй генә Бөрйәнгә килеп, бына ошо ерҙә хәҙе р алтмыш йылға яҡын йәшәйем, икенсе ергә күсеп китергә башҡа уйламаным да. Яңы Монасип ауылын, уның кешеләрен үҙ итеп, эшкә ҡалыуыма һис тә үкенмәйем. Бөрйән ере мине үҙенең ҡыҙы итеп ҡабул итте. Минең ошо матур ерҙә балаларым тыуҙы. Ғүмеремдең күп өлөшөн ошонда йәшәгәнмен, үҙемде бөрйән кешеһе тип иҫәпләйем. Берәй ергә ситкә сыҡһам, өйөмдө һағынып ҡайтам. Ысын, ҡыҙҙар.
42 йыл педагогик стажы булған хеҙмәт ветераны Зәбирә Сәйфелмөлөк ҡыҙы бына шундай матур уйҙар менән йәшәп ята.
Уға ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ теләп , матур аралашыуҙан үҙебеҙгә лә дәрт һәм көс алып ҡайттыҡ.
Нәсимә Сәғитова.