Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
27 Сентябрь 2023, 09:30

Өләсәйемдең хәтер һандығының тәрәнлегенә иҫем китә

Һүҙем - әсәйемдең әсәһе, хеҙмәт һәм тыл ветераны Кинйәкәева Әминә Мөбәрәк ҡыҙы тураһында.

Өләсәйемдең хәтер һандығының тәрәнлегенә иҫем китә
Өләсәйемдең хәтер һандығының тәрәнлегенә иҫем китә

Өләсәй... Һәр кеше ошо һүҙҙәр менән бала сағын хәтерләйҙер. Уларҙың изге күҙҙәре, яғымлы йылмайыуҙары, йылы ҡулдары, биргән фатихалары, изге доғалары...

Бөгөнгө минең һүҙем -әсәйемдең әсәһе, хеҙмәт һәм тыл ветераны Кинйәкәева Әминә Мөбәрәк ҡыҙы тураһында.

Күпте белгән, күпте күргән өләсәйемдең бала саҡ хәтер һандығының тәрәнлегенә иҫем китте, уның хәтерендә һаҡланған күңелле һәм ҡыҙғаныс мәлдәрен беҙгә матур, фәһемле итеп еткерә белеүе генә ни тора. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән, аслыҡ-яланғаслыҡ арҡаһында бер класс ҡына уҡыған өләсәйемдең иҫәп-хисапҡа шәп булыуы, бик күп мәғлүмәттәр белеүе минең өсөн тағы ла бер мөғжизә кеүек.

Тормошта шулай төрлө ваҡыттар, төрлө кешеләр була. Кемдер бала саҡ рәхәтен татып йәшәй, кемелер, киреһенсә, тормош тамуғын күрә. Бала тауышы яңғырамаған ғаиләләр, әсәй, атай наҙы күрмәгән балалар ҙа осрай.

Әминә өләсәйемә лә тормоштоң әсеһен, етемлеген күреп йәшәргә тура килә.

"Ике генә йәшемдә әсәйемде юғалттым. Саҡ ҡына ла төҫ-ҡиәфәтен иҫләмәйем. Атайым икенсегә кәләш ала. Уҫал үгәй әсә менән йәшәп булмағас, апайым Килдеғолдан Байғаҙы ауылына күсереп алып ҡайтты. Балаларын ҡарашып бер нисә йыл шунда йәшәнем.

Еҙнәй һуғышта ине, Сәлимә апайымды колхоз председателе итеп ҡуйғас, Яумбайға күсеп килдек. Эшемде шунда башланым, 34 йыл мәктәптә, 10 йыл колхозда стажым бар.

Колхозға эшләһәң, 10 сутый бесән сапһаң 100 грамм арыш бирелә ине. Шуны тирмәнгә тартып, көлгә күмеп ашаныҡ.

1946 йылдың июнь айында, белмәгән, күрмәгән, яңы ғына һуғыштан ҡайтҡан, үҙемдән ун йәшкә оло бабайға кейәүгә бирҙеләр. Шулай булһа ла, 61 йыл йәшәнек. 8 балам бар, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәр, тыуа-тыуасарҙарым иһә йөҙгә етеп бара, Аллаға шөкөр.

Аслыҡ мәл... Атайым ауырып район үҙәк дауаханаһына ятҡас, барып күрергә тип бер сеүәтә муйыл йыйып алып шунда йәйәүләп барып еттек. 1946 йылдың октябрендә мәрхүм булды. Минең аяҡ шешеп, зыяратҡа бара алманым, больница ла ҡалдым.

Ҡәбер ҡаҙған кешеләргә тип Талха ағайым биҙрә төбөндә генә сусҡа башы алып килгән ине, шуны бешереп ашанылар. Ерәнеп ашамағандарҙа булған. Бына шул заманда йәшәнек, ниҙәр генә күрмәнек инде беҙ..."- тип әлеге тормошо, ғәмһеҙ бала сағын, йәшлеген урлаған ҡәһәрле ваҡытҡа нәфрәт, әллә күпме хәсрәт күрергә мөмкиндер өләсәйемдең күҙҙәрендә.

"Беҙ - һуғыш балалары, аслыҡ-яланғаслыҡ күргән, бүтән ундай афәт булмаһын, донъялар тыныс булһын, һуғыштар бөтһөн, илдәр имен торһон," - тип доғаларын, намаҙҙарын уҡып, теләктәрен һәр саҡ теләп ултыра ул.

Бәләкәй саҡтан уҡ бар эште лә өләсәйемдең фатихаһы менән башлағанғамы, уңыш һәр саҡ юлдаш булды. Тормоштоң һикәлтәле юлдары буйлап абынмай барырға беҙгә өләсәйем фатихаһы ярҙам итә.

Шулай ваҡыттың аҡҡанын, йылдарҙың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән... Өләсәйемә инде 94 йәш. Беҙҙең өсөн ул элеккеләй йәш, матур, дәртле. Һәр балаһын теүәлләп, тыуған көндәре менән ҡотлап, һәр береһенең хәлен белешеп, ярҙам итеп өлгөрөүө генә ни тора.

Ни тиклем өләсәй тәрбиәһендә үҫеп бәхетле булыуымды ошо мәлдәрҙә генә яңы аңланым. Рәхмәт һиңә, Әминә өләсәй! Бәхетле бала сағыбыҙ, бөгөнгө матур тормошобоҙ, ышаныслы киләсәгебеҙ өсөн рәхмәт!

 

Гүзәлиә Ҡолмәнбәтова, Вязьма ҡалаһы

Өләсәйемдең хәтер һандығының тәрәнлегенә иҫем китә
Өләсәйемдең хәтер һандығының тәрәнлегенә иҫем китә
Өләсәйемдең хәтер һандығының тәрәнлегенә иҫем китә
Автор:
Читайте нас: