Минең ҡартөләсәйем Ғәлина Фәйрүзә Мөхәмәҙиә ҡыҙы 1933 йылдың 15 авгусында Мораҙым ауылында тыуған. Быйыл уға 90 йәш тулды.
Ҡартөләсәйемдең әсәһе Мөхәлисә, атаһы Мөхәмәҙей, колхозда эшләгәндәр. Улар ғаиләлә 4 бала тәрбиәләнгәндәр. Оло апайы Рабиға Татарстандың Әлмәт ҡалаһында йәшәп 2016 йылдың сентябрь айында 89 йәшендә вафат була. Һеңлеләре Шәүрә 20 йәшендә ,ҡустыһы Шәрифйән 14 йәшендә ҡыҙылса ауырыуынан үлеп ҡала. Ҡарт өләсәйем 3 йәшендә 1936 йылда әсәһе үлеп китә, балалар үгәй әсә ҡулына эләгә. 4 класс ҡына бөтә. Һуғыш башланғанда 8 йәш ине ,һуғышҡа ылау ебәргәндәрен хәтерләйем ти.Үгәй әсә ныҡ ыҙылата балаларҙы. 17 йәшендә сусҡа фермаһында эш башлай, яланда иген, картуф утаныҡ ҡыш көнө Мораҙымдан Тимергә Бетерә йылғаһына Бөрйән аша ағас ҡырҡа барҙыҡ, бесәндә звенола йөрөнөм эшләмәгән эш ҡалманы, ти. Пенсияға сыҡҡансы колхозда эшләй, аҙаҡ инде мәктәптә ҡарауылсы булып та эшләй.
1956 йылда 23 Йәшендә Байназар ауылы егете Ғәлин Ғәлиәхмәт Нуриәхмәт улына кейәүгә сыға. Ике ҡәйнә менән йәшәнем, тип хәтерләй йәшлек йылдарын ҡартөләсәйем. Ҡарт өләсәйем менән ҡарт олатайым 3 балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Әлеге ваҡытта 21 балаға өләсәймен тиеп, ҡыуана ҡарт өләсәйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә үҙемдең өләсәйем менән олатайымды күрергә насип булманы. Минең олатайым менән өләсәйем үлеп ҡалғас, ҡарт өләсәйем менән ҡарт олатайым уларҙың 4 балаһын көткән. Уларҙың оло ҡыҙы Гүзәл - минең әсәйем. Әсәйем эшкә сыҡҡас, ҡарт өләсәйем мине лә, ҡустымды ла көтөштө. Хәҙер беҙ уны ҡарайбыҙ, ул 90 йәштә булһа ла хәтере яҡшы, кәрәҙле телефоны ла бар үҙенең. Ул беҙҙе яҡшы уҡығыҙ, аҡыллы, тәүфиҡле булығыҙ тип өйрәтә. Мин ҡарт өләсәйем менән ғорурланам, уға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем!
Ҡыуандыҡова Рания, 6 класс уҡыусыһы, Байназар ауылы.