Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
25 Сентябрь 2023, 14:40

Өләсәйҙәр тормош йәме

Өләсәйҙәр, улар беҙҙең тормоштоң йәме, иң аҡыллы, иң һәйбәт кешеләр. Улар булмаһа, донъя йәмһеҙ булыр ине тип уйлайым.

Өләсәйҙәр тормош йәме
Өләсәйҙәр тормош йәме

Халыҡ-ара ололар көнөн алтын көҙҙөң иң матур мәлендә билдәләйҙәр. Өлкәндәр - донъя тотҡаһы, ауылдың йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге.
Барлыҡ оло йәштәгеләргә иң изге теләктәр: Хоҙай һеҙгә оҙон һәм бәхетле, бәрәкәтле ғүмер насип итһен. Ғүмер көҙҙәрегеҙ әбейҙәр сыуағына мул булһын! Балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһын, хәстәрен тойоп, кинәнеп йәшәгеҙ был донъяла!
Байрам уңайынан үҙемдең өләсәйемде яҙып үтәм, Яҡупова Таңһылыу Шәрәфетдин ҡыҙы, Бөрйән районының Ҡурғашлы ауылында тыуып үҫкән. Уға хәҙер 66 йәш, йәш саҡтан Бөрйән дауаханаһында дезинфектор булып эшләп сыҡты. Буш ваҡытында гел өй эше менән шөғөлләнә, аш-һыу әҙерләүгә бик өлгөлө, кис ултырып ҡышҡылыҡҡа бейәләй, ойоҡтар бәйләргә ярата, нисә ейән - бөтәһен дә һис рәнйетмәй, теүәлләй. Тағы ла йәй көндәрендә файҙалы, дауа үләндәрен йыя, ә көҙҙөн инде бәшмәк йыйып,  ҡышҡылыҡҡа тоҙлап әҙерләй. Өләсәйемдең белмәгән эше юҡ. Ырымбур ҡалаһынан ҡайтҡас мәктәп интернатында повар булып та эшләгән. Өләсәйем де күп халыҡ беләлер ул тип ышанам, сөнки уны барыһы ла хөрмәт итә.
Өләсәйҙәр, улар беҙҙең тормоштоң йәме,иң аҡыллы, иң һәйбәт кешеләр. Улар булмаһа, донъя йәмһеҙ булыр ине тип уйлайым.Өләсәйҙәр - тормош йәме, донъя тотҡаһы.
Ҡәҙерле өләсәйем, һине ололар көнө менән ҡотлайым!
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек һәм бәхет теләйем!!! Тормошоң ҡояшлы һәм шатлыҡлы көндәр күберәк булһын! Беҙ һине Яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!
Киң күңелле,саф йөрәкле,
Иң уңған,иң мөләйем,
Беҙҙең яҡты ҡояшыбыҙ-
Һөйөклө өләсәйем!
Өҫтәлеңдән һис өҙөлмәй
Тәмлекәстәр, һөтлө сәй.
Беҙҙең менән бергә-бергә
Оҙаҡ йәшә өләсәй!

Ынйы Иманғолова.

Автор:
Читайте нас: