-2023 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро бара. Был осорҙа беҙ, "Аманат" журналы хеҙмәткәрҙәре, райондарға йышыраҡ йөрөргә, уҡыусыларыбыҙ менән осрашырға тырышабыҙ.
Бөрйән районына командировкала ла мине һөйөнөстәр көткән: мәҫәлән, Яуымбай мәктәбе уҡыусыларының, беренсе ярты йыллыҡтағы кеүек, тағы ла бөтөн мәктәптәре менән "Аманат"ҡа яҙылып ятыуы шатландырһа һәм бүтән мәктәптәр ҙә артта ҡалмаҫҡа вәғәҙә итһә, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповтың иһә "Аманат"ты өйөнә даими алдырыуы, балаларының журналды уҡыуы айырыуса ҡыуандырҙы, Аллаға шөкөр! Уның урынбаҫары, республиканың мәғариф системаһын яҡшы белгән, быға тиклем мәғариф министры урынбаҫары булып та эшләгән Венера Вәлиева ла "Аманат" хаҡында яҡшы фекерҙә. Тимәк, Бөрйәндә "Аманат"тың дуҫтары тағы ла арта һәм уҡыусылары артабан да кәмемәҫ, тигән ышаныс бар, иншә Аллаһ! Рәхмәт бөрйәндәргә! – тип яҙа “Аманат” журналының баш мөхәррире.
Т. Баһауетдинова әҙерләне.