Беҙгә яҙалар
8 Апреля 2023, 08:00

Мал урлаған

2023 йылдың 10 мартында Белорет район-ара суды тарафынан Бөрйән районында йәшәгән 37 йәшлек иргә ҡарата урлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡаралды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мал урлағанМал урлаған
Мал урлаған

Суд асыҡлауынса, ғәйепләнеүсе зыян күреүсенең ихатаһына ингән һәм унан хаҡы 75 мең һумға торошло бейәне алып сыҡҡан.

Суд ултырышы барышында енәйәт эшен туҡтатыу тураһында үтенес ҡағыҙы килде. Зыян күреүсенең был үтенескә ҡаршы булмауын иҫәпкә алып, ғәйепләнеүсе күрһәтелгән зыянды аҡсалата компенсациялаған, ғәфү үтенгән. Суд ялыуҙы ҡәнәғәтләндергән һәм яҡтарҙың ярашыуына бәйле эште туҡтатҡан.

Автор:Г. МӨХӘМӘТШИНА.