Әйтерһең дә, мәктәпкә инде өлкән йәштәге ағай-апайҙар түгел, ә мәктәп тупһаһын кисә генә атлап сыҡҡан уҡыусылар килгән. Мәктәп коридорында педагог йылына арналған “Мәктәп коллективы уҡытыусылары”, “Хеҙмәт ветерандары - уҡытыусылар”, “Мәктәптә уҡып, төрлө тарафтарҙа эшләп йөрөгән уҡытыусылар” стендтары эленгән. Һабаҡташтар үҙҙәренең класына инеп, парталары артына ултырҙы, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Килгән ҡунаҡтарҙы Тимер филиалы етәксеһе Раушания Мырҙағолова сәләмләне.
Мәктәбебеҙҙе төрлө йылдарҙа тамамлаусылар һәм йыраҡ араларҙы яҡынайтып ҡайтыусы һабаҡташтар, ҡунаҡтар һәм хөрмәтле коллегалар, ветеран уҡытыусылар, төрлө йылдарҙа эшләгән директорҙар баласаҡ хәтирәләренә сумды.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 11-се һанында уҡығыҙ.