Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
17 Март 2023, 15:00

Ҡышҡы футбол

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Ривал Рәхмәт улы Баймырҙин 45 йылдан ашыу балаларға белем биргән хөрмәтле ветеран уҡытыусы, мәктәп директоры.

Ҡышҡы футбол
Ҡышҡы футбол

Йылдар үтһә лә, ҡыңғырау сыңы, шаулы мәктәп йылдары, күпме балаға белем биргән, тормошҡа юл күрһәткән, үҙ һөнәренә тоғро һәм талантлы уҡытыусыларыбыҙҙың мауыҡтырғыс дәрестәре, күңелле тәнәфестәр, спорт ярыштары, “Зарница” уйындары, фәһемле осрашыуҙар, интернат тормошо үҙенең иҫтәлектәре менән һәр саҡ һағындырып тора.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ мәғариф милли өҫтөнлөклө проекты гранты лауреаты Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы менән Ривал Рәхмәт улы 49 йыл бәхетле, татыу ғүмер кисерәләр. Улар уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусылары.
1972 йылда Ривал Баймырҙин Тимер мәктәбендә эш башланы, беҙҙең класс етәксеһе булды. Класта 24 уҡыусы. Һәр бер балаға иғтибар бүлер кәрәк. Шул саҡтан ул мәктәп майҙансығында 5-9 синыф малайҙарын йыйып, футбол уйыны тәртибенә, туп тибергә өйрәтә башланы.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 10-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Д. АЛЛАБИРҘИН.
Читайте нас: