Бына минең алдымда үҙемдең ут күршем Рәмил Камил улы Үтәбаевтың хеҙмәт кенәгәһе ята. Ул 1954 йылдың 25 июнендә Килдеғол ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Кенәгәнән күренеүенсә, 14 йәшендә, йәғни 1968 йылда уҡ, уның 61 эш көнө булған, 1969 йылда 30, 1970 йылда 57 эш көнө. Был көндәр уҡыусы саҡтағы йәйге каникул мәлендә эшләгән көндәр.
Каникулға сыҡҡас, бер июнь айында ғына ял итеп ҡалаһың, унан 1 сентябргә тиклем эшкә ҡушалар. Миндек бәйләү, ҡул салғыһы менән бесән сабып, сенаж һалыу беҙҙең быуынға ныҡ эләкте. Унан һуң инде бесән звеноһына китәһең. Бесәндән иртәгә уҡыуға бара торған көнгәсә өйгә ҡайтармайҙар. Рәмилдән: “Звенола иң ҡыйыны ниндәй эш булды?” тип һорағас, ул: “Таң менән тороп, ат эҙләү теңкәгә тейә ине”, тип яуап бирҙе. “Сөнки ысыҡта билгә тиклем һыуланып ҡайта инек, аттар үтә алыҫҡа китә торғайнылар”, тип өҫтәне.
Шулай итеп, был мәҡәләм 40 йылдан күберәк эш стажы булған хеҙмәт ветераны, ғүмере буйы “Урал” колхозында тракторсы булып эшләгән Рәмил Үтәбаев хаҡында.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 7-се һанында уҡығыҙ.