Кисәне тәрбиәсе Нәзирә Сафина бик ҡыҙыҡлы һәм йәнле итеп алып барҙы. Юбилярҙарҙы мәктәп директоры Флүрә Сафина, профком рәйесе Сәғилә Сафина һәм ветерандар исеменән
Нәзирә Вәки ҡыҙы ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡотлауҙарын йырҙар һәм бейеүҙәр аша еткерҙе.
Алып барыусы юбилярҙарҙың тормош юлын бәйән иткәндән һуң, улар ҙа үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Үҙҙәре менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләп, көлдөрөп тә алдылар. Артабан уҡыусыларға, уҡытыусыларға уҡыуҙарында һәм эштәрендә уңыштар теләп, йылы теләктәрен әйттеләр.
Уларға киләсәктә оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныстарын күреп, шатланып йәшәүҙәрен теләнек. Матур кисә сәй табыны менән тамамланды.