Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
6 Ноябрь 2022, 12:00

Яңы Мәҡсүтте төҙөүҙә беҙ ҙә ҡатнаштыҡ

Мәҡсүткә барырға күптән уйлаһам да, юл төшмәй торҙо. Ниһайәт, һыуһаҡлағысҡа ял итергә барыу һылтауы менән яңынан төҙөлгән ауылды күрергә насип булды. Сөнки Яңы Мәҡсүт ауылын төҙөүҙә мин дә ҡатнашҡайным.

Яңы Мәҡсүтте төҙөүҙә беҙ ҙә ҡатнаштыҡ
Яңы Мәҡсүтте төҙөүҙә беҙ ҙә ҡатнаштыҡ

Яңы ауыл төҙөлөшө иртә яҙҙан башланһа ла, беҙ июнь урталарында ғына барҙыҡ. Беҙҙән алда эш башлаған бригада Бөрйән леспромхозы етәкселегенә нимәһе менәндер оҡшамаған, беҙ уларҙы алмаштырҙыҡ. Лепромхоз директоры Илшат Исмәғилев, бригада төҙөп, тиҙ арала ауыл төҙөлөшөнә килергә тәҡдим иткәс, бер көн эсендә 5 кешенән торған бригада ойоштороп, иртәгәһе көнөнә үк Мәҡсүткә барып еттек. Илшатты электән сос етәксе итеп белгәнгә, төҙөлөштә материалдар менән дә өҙөклөктәр булмаҫ, эш хаҡтары ла ваҡытында буласаҡ тигән тулы ышаныс менән барҙыҡ.


Беҙ барғанда ауыл төҙөлөшөнөң иң ҡыҙыу темптар менән барған сағы ине. Леспромхоз исеменән беҙ, кордондар, ике бригада булып киттек. Алдан Насыров Юнир етәкселегендә Насыров Илгиз, Ҡаһарманов Фәнил, Әхмәтов Радик, Йәғәфәров Ишдәүләттәрҙән торған бригада ауылға ингәс тә һулаҡайҙан тәүге ҙур йортто төҙөйҙәр ине. Уларҙың янында Ҡыпсаҡтан Фәтҡуллин Фаил етәкселегендә – Идалин Вәхит, Яхин Рөстәм, Байназаров Ғәфүрҙән торған бригада яңғыҙ иргә бәләкәйерәк йорт төҙөй. Шул уҡ рәттән өсөнсө, ҙур йортто беҙҙең бригада төҙөргә тейеш. Беҙҙең бригадала – Мөхәмәтғәлин Фәрит, Балғазин Марат, Әхмәтов Рәфис, Хурамшин Руслан һәм мин. Шулай уҡ буласаҡ өйҙөң хужаһы Ағзам да беҙҙең менән бергә эшләне. Беҙҙән ары Ҡотан ауылыныҡылар йорт төҙөнө.


Төҙөләсәк йорттарҙың дәүмәле шул йортта йәшәйәсәк ғаиләнең кеше һанына ҡарап билдәләнде. Байтаҡ кешегә ҡалаларҙан (күпселегенә Стәрлетамаҡтан) квартиралар бирҙеләр.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 44-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Фәрзәт ҠАҺАРМАНОВ.
Читайте нас: