Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
29 Август 2022, 15:05

"Имя прилагательное"

Бер танышым биш йыл буйы институтта бер ҡыҙ менән дуҫлашып йөрөнө лә, һуңғы курста, ниңәлер, осрашмай башланылар. Диплом алғас икеһен ике районға йүнәлтмә буйынса ебәрҙеләр. Ҡайтыр алдынан егет:"Ауылға эшкә барғас та, яңы ғына мәктәпте тамамлаған, һауынсы булып эшләгән, имя прилагательное, тигәндә ҡолап китерлек ҡыҙға өйләнәм, үс итеп бәхетле буласаҡмын..." — тине. Ысынлап та...

"Имя прилагательное"
"Имя прилагательное"

Ысынлап та, ҡайтты танышым тыуған яғына, өйләнде. Юл төшкәндә ул эшләгән яҡҡа барып осраштыҡ. Унан:
—Шунан, кәләшең имя прилагательноены беләме? — тип һораным шаяртып.
—Белмәй, зато имя числительноены кәрәгенән артығыраҡ белә,— тине танышым, ҡулы менән Юрий Гальцев һымаҡ аҡса һанаған тауыш сығарып.

(Әхмәр Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 701-се күҙәтеү).

(Фото интернет селтәренән алынды).

Автор:
Читайте нас: