Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
23 Июль 2022, 15:00

Ҡатын

— Һ-һауғынамы, Сәриә! — Ишек асылып та етмәне, күрше Миңлесырур ҡарсыҡтың башы күренде. Ярайһы тын алды. — Уф, бынау күтәрмәгеҙҙән менеп етер әмәл юҡ, өйөгөҙ бигерәк бейек. — Миңлесырур, ауылдағыса әйтһәк, Сырур ҡарсыҡ, муйынын һоноп, өйҙөң эске — ҡунаҡ яғына ҡараны.

Ҡатын
Ҡатын

Шаҡарып тартылған дилбегә ихтыярына башын һауаға сөйөп сапҡан ат, өй тәңгәленә етәрәк, юрта башланы. Аҡыллы хайуан, сананы сөйлөктөрөп ҡуймайым, тигән шикелле, яй ғына ҡапҡаға табан боролдо. Тик ауыҙлығы бушағас ҡына бышҡырырға, ауыҙ-моронона тулған күбектән арынырға форсат тапты. Һуңынан артына күҙ һалды: хужаһы төшөп ҡалмаған, сыбыртҡыһын һелтәй-һелтәй, һөрәнләй бирә. Ат белә, янауы ла, ҡамсыһы ла уға түгел. Шуға йыш-йыш тын алыуын һирәгәйтә төшә, эш көнө бөтөүенә ҡыуанып, тояҡтары менән аяҡ аҫтындағы ҡарҙы сапсый. Мин дә һинең яҡлы, хужам, эштән ҡайтыусыларға һаман ҡапҡа асмайҙар, тиҙерәк булығыҙ, йәнәһе. Шул арала кешнәп ала. Был мәлдә өй тәҙрәһенең пәрҙәһе тартыла, «хәҙер-хәҙер» ишараһы яһап, хужабикәнең башы сайҡала, аҙбар мөйөшөнә бәйле Алабай ҡыуаныслы шыңшый, санала тәм-том ҡайтыуына шатланған кәзә-һарыҡ баҡыра, бошонмай ғына һағыҙын сәйнәгән һыйыр мөңрәй — ихатаға йән инә.


— Ас ҡапҡаңды, мин ҡайтыуға бикләнеп ятаһығыҙ. Ҡапҡаңды йәһәтерәк ас!
— Хәҙер, ҡартыҡайым, хәҙер. Ай, Аллам, ҡамыр баҫа инем, күрмәй ҡалғанмын, илаһым. — Ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә, Сәриә иннекте алды. — Бөгөн эшеңде тиҙ бөтөргәнһең әле, ҡартыҡайым, бигерәк етеҙһең шул. Фермаға ла өлгөрәһең, йорт-ҡура тирәһенә лә. Мин генә ташбаҡалай ҡыланам, һин ҡайтҡанды ла күрмәй ҡалғанмын.


Аяҡтары ергә баҫыу менән, Ғәзим сайҡалып китте. Тәртәгә тотоноп, ат алдына килде. Фу-у... Яратмай ҙа инде ошо еҫте ерән бейә. Бышҡырып, башын ситкә борҙо.
— Нимә, малҡай, хужаңдың «егет» булғаны килешмәйме? — Ғәзим хайуанҡайҙың сикәһенән үпте. Һуңынан ҡатынына боролдо, бармағын янаны. — Ә һине үбеү юҡ! Ибет, ерәнкәй. Ат менән ҡатынға ышанма, тиҙәр, ә мин атҡа ышанам. Һиңә — юҡ!


— Ярай, ҡартыҡайым, ярай. Әйҙә өйгә инәйек, арығанһыңдыр, хәл алып тор. Ашарға ла бешкән.
— Кәрәкмәй миңә ашарға. Эскәндә мин аш-шамайыым! Әйт әле, Сәриә, һин-н... һин... — Ир ҡатынының ҡулбашына аҫылынды. — Һин миңә хыянат итәһеңме?
— Атаҡ, нишләп хыянат итәйем, ти, мин? Һинән башҡа береһе лә кәрәкмәй, ҡартыҡайым. Әйҙә, өйгә инәйек.


— Йо-оҡ, тәүҙә әйт!
— Әйттем бит инде, ҡартым, әйҙә, өйгә инеп хәл ал, һуңынан мунсаға барырбыҙ... — Сәриә иренең ҡолағына шыбырланы. — Эләүкәгә ятҡырып, р-рәхәтләнеп сабырмын үҙеңде.
— Му-унса-а... Була ул мунса. Тик мин был донъяны вис яндырам! Үлһәм, һиңә ҡалдырмайым-м!
— Яндырырһың, ҡартыҡайым, яндырырһың, әлегә хәл ал. Йонсоп та киткәнһең. Иртәгә яндырырһың.
— М-мин иҫе-рек тү-үгел!
— Нишләп иҫерек булаһың инде, тыуа-тыуғандан бирле ауыр эштәһең, хәйлә белмәй силос аҡтараһың, туң һалам соҡойһоң...
— Беҙ прсиҙәтелде байытабыҙ. Инде мин нисәнсене алыштырам, ә улар байый ҙа китә, килә лә байып китә-ә...
— Шулай шул, Ғәзим, шу-лай... Ипләп, ҡартым, тупһа бейек, яңылыш абынып ҡуйма. Бына шулай, әйҙә, анау диванға ятып тор... Ярай, һалырға аҙапланма, ултыр, үҙем фуфайкаңды систерермен...


— Ә, беләһеңме, С-сәриә, мин бөгөн прсиҙәтелдең иманын уҡыттым!
Ҡатындың ҡото алынды. Бына уның Ғәзиме, силос соҡоронда тирләп-бешеп мал аҙығы тейәгән Ғәзиме эргәһенә ҡара «Волга» килеп туҡтай ҙа ишеге асыла, унан йыуан ҡорһаҡ күренә. Һуңынан аяҡтар алмашлап ергә төшә, урман бесәйе — һеләүһен тиреһенән тегелгән бүрек сыға. Был бәндә — калхуз хужаһы Басир — кирелә, килбәтһеҙ итеп ауыҙын аса, саф һауа һуламаҡсы була. Ләкин үпкәһенә һаҫыҡ еҫ тула. «Соҡонмай тороғоҙ әле, һауаны боҙаһығыҙ!» — тип екерә ул малсыларға. Бөтәһенең дә башы түбән эйелә, һәнәктәр аяҡ аҫтындағы еүеш, сирҡансыҡ силосҡа ҡаҙала. Тик берәүҙең генә ҡарашы бөркөттөкөләй үткер, башы ғорур, һәнәге — ҡулында. Ул — Ғәзим. Бына прсиҙәтел эргәһенә килә. Аяҡ аҫтындағы кукуруз сәкәнен ала ла тегенең танау төбөнә килтерә. «Еҫкә, йәй еҫе килә унан. Беҙ ғүмер буйы мал тиҙәге еҫкәйбеҙ ҙә ошо һауаны һулайбыҙ!» — тип, күҙҙәренә баға. Хужаның итләс бит алмалары өҫтөндәге һыҙыҡтарҙа ап-аҡ шарҙар барлыҡҡа килә, уға йәбештерелгән ҡара төймәләр маңлай тирәһендә әйләнә, йылтыр тештәр араһынан һеләгәйе ағып төшә, мырҡылдатып, тыңҡыш танауын тарта. Ярай әле шуфир егет уны кире машинаһына ултырта. «Волга» ҡуҙғалғас, тәҙрәнән прсиҙәтелдең йоҙроғо оҙаҡ һелкенеп бара...


Үәт, нисек! Бына нәмәгә эскән, ярһыу күңелен баҫҡан бит ире. Ә ул, ҡатын аҡылы менән, әллә нәмәләр уйлап бөттө. Йәнәһе, уның Ғәзиме ферма малдарына тигән фуражды Әҡлимә ҡарсыҡҡа көмөшкә хаҡына осорған. Юҡ, Тәскирәгә силос илтеп бушатҡан. Уныһы, ирен өйөнә алып ингән дә, арт һандарын уйната-уйната бал һоҫорға тип мейес башына менеп киткән. Юрый нығыраҡ эйелгән, оторо эйелгән. Ошо саҡ, башланған ерендә үк тамамланған итәген йыртып, арт һаны ҡабара барған. Фу, ерәнгес күренеш: бына ул эс китәрә торған, өлгөрмәгән балын иренең ауыҙына уҡ һала. Өҫтәмә сепрәк тултырылған күкрәк кейемен Ғәзимдең ҡәҙерләп кенә кейгән фуфайкаһына ышҡый...


Ҡуйсы, аҡтан-аҡ, пактан-пак ире тураһында әллә нәмәләр уйлап бөткәнсе. Юҡҡа ғына ҡатын-ҡыҙҙы, сәстәре оҙон, аҡылдары ҡыҫҡа, тимәгәндәр икән. Мир эше тураһында түгел, ҡашығаяҡ хаҡында ғына уйлай алалар шул. Ана бит, бисәлегенә барып, Сәриә лә әллә нәҫтәләр юраны. Кисә генә Ғәзим һөйләгән көләмәстәгесә инде. Берәүҙең ире эштән ҡайтмаған икән. Сәғәт төнгө ун икеләр тулғас, был ҡатын әсәһенә барған, имеш. «Юҡҡа хафаланма әле, ҡыҙым, бушҡа борсолма, бәлки, кейәүҙе машина ғына бәрҙереп киткәндер», — тип тынысландырған, ти, әсәһе.


— Шулай инде беҙ, ҡатын-ҡыҙ, әйҙә, ҡартыҡайым, хәл йыйып ал, — тип, Сәриә иренең сүсинкәләрен һалдырҙы, кейемен систерҙе. — Ә нимә тип әйттең һуң прсиҙәтелгә? Ҡатыраҡ бәрелеп, үҙеңә кенә ҡыумағайы.
— Иманын уҡыттым мин уның, им-манын!
— ...?
— Һин Басир түгел, һин — Борис!!! — тип әйттем.
— .?! У-уфф...


Сәриә еңел һуланы. Ярай әле шулай тигән. Улайһа тағы... Бәй, «Басир түгел, һин — Борис», — тип әйтеүе лә: «Һин — кафыр!» һымаҡ була түгелме һуң? Һай, ҡаты, бик ҡаты әйткән шул ире. Йыуаштан йыуан сыға, тигәндәре шулдыр, күрәһең, бик мас әйткән. Үәт, әй, булдырһа булдыра бит уның йәнкиҫәккәйе. Юҡҡа Сәриә уға кейәүгә сыҡҡанмы ни, Ғәзимдең киң яурынын тойғанда ул үҙен таш диуар артындағылай хис итә: балаларының өҫтө бөтөн, аҙбар тулы малдың тамағы туҡ, үҙен дә калхуз эше тип йонсотмай — йыл һайын уҡ булмаһа ла, ике-өсө һайын бала тупылдаттыра, өйҙәре һарай һымаҡ. Тағы ни кәрәк? Ә төшөргөләп алыуы, төҫһөҙләнгән донъяның йәмен табып, ирҙәр менән сөкөрләшеү генә. Башҡа ни эшләһендәр инде бисаралар: йәйен таңғы биштән көтөүгә сығып китәләр ҙә ҡояш байығас ҡына ҡайталар, ҡышын да, еле-бураны, селләһе тип тормай, көнө-төнө шундалар — алы юҡ, ялы юҡ...


Йоҡо донъяһына сумған иренең битенән һыпырҙы ла Сәриә, баҫылып бөтмәгән ҡамыры эргәһенә ашыҡты. Мунсаға ла өҫтәргә кәрәк, Ғәзим алып ҡайтҡан силосты, бесәнде малдарға таратырға ла, атты туғарырға ла.


— Һ-һауғынамы, Сәриә! — Ишек асылып та етмәне, күрше Миңлесырур ҡарсыҡтың башы күренде. Ярайһы тын алды. — Уф, бынау күтәрмәгеҙҙән менеп етер әмәл юҡ, өйөгөҙ бигерәк бейек. — Миңлесырур, ауылдағыса әйтһәк, Сырур ҡарсыҡ, муйынын һоноп, өйҙөң эске — ҡунаҡ яғына ҡараны. — Мин нығыраҡ шаулайым, ахыры...


Күршеһенең һуңғы һүҙендә: «Ирең иҫереп ҡайтып, тауыш ҡуптара башлағайны. Йоҡлай әле», — мәғәнәһе ята ине. Сәриә уны тышта уҡ һиҙҙе: өйҙәренең төнлөк тиклем генә тәҙрәһе бер ҡараңғыланды, бер яҡтырҙы. Унан һуң ҡарсыҡтың холҡо ятланып бөткән. Хәл һорашҡан булып эс-бауырыңа инеп, тормош мәшәҡәттәрен уртаҡлашҡандай итер, әрһеҙләнеп, өҫтәл артына уҡ ултырыр ҙа донъяһын онотор. Унан да бигерәк, Сәриәнең эш-көш менән булғанын өнәмәҫ, ололар һөйләгәндә тыңлай белмәйһең, тип һуҡраныр. Үҙенең ҡалала йәшәгән ҡыҙын маҡтар, йылына бер ҡайтып инмәгән улының кәләшенең матурлығын һеләгәйен ағыҙып тасуирлар. Һис юғы, Ғәзимдең берәр ерен оҡшатмаҫ, ҡасандыр Сәриәнең үҙенең улына сыҡмауын иҫкә төшөрөр.


Әрһеҙлеген әйтеп кенә аңлатырмын тимә. Ҡайһы саҡта үҙе мәрәкә хәлдәргә лә тарый ошо холҡо менән.

Хи-хи-хи... Әлеге лә баяғы Ғәзимдең еңелсә төшөрөп ҡайтҡан, дәрте ташҡан саҡ ине ул көндө. Нишләптер ишекте эстән элергә онотҡандар. Балалар — өләсәләрендә, өйҙә — аулаҡ. Кескәй сабый бишектә йоҡлай. Утыҙҙы саҡ тултырған йәш ир менән ҡатынға ни... Унан һуң, Ғәзимдең башындағы уйы берәр ерҙә ойоштомо, ҡаршы тора буламы һуң Сәриә? Нәҡ ҡыҙыҡ мәленә генә еткәндә...


— Һ-һаумы, Сәриә! Ни хәлдәһегеҙ, күршеләр?
Тауыш ишетелеп тә өлгөрмәне, артынса уҡ йоҡо бүлмәһенең эсенә... Сырур ҡарсыҡтың башы тығылды. Уныһы ғына етмәгән, өҫтәренә юрған тартылған йәштәрҙең аяҡ осона уҡ килеп ултырҙы. Ултырҙы ла — онотолдо.

 

Дауамы бар.

Автор:Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Читайте нас: