Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
21 Июль 2022, 18:00

БОМЖ

Албырғап, оҙаҡ ҡына ятҡас, һәрмәнеп торорға ынтылды. Шунда бармағы ниндәйҙер ҡаты нәмәне тотоп алды. Уны баштан-аяҡ тикшергәс, сәсе үрә торҙо.

БОМЖ
БОМЖ

Мәхмүт төтөнгә сәсәп уянды. Торорға маташты. Ләкин айнығып та етмәгән кәүҙәһе уны тыңламаны. Ауырлыҡ менән асҡан күҙен төтөнгә әсеттерә-әсеттерә тирә-яҡты байҡаны, ундағы мәхшәрҙе күреп, ҡото осто.


Гәрбилдән арлы-бирле әтмәләгән аласығын төтөн баҫҡайны. Ул, сәсәй-сәсәй, бар көсөн йыйып, аласыҡ ауыҙына шыуышты. Аласыҡ эсенең ҡайһы бер ерен ялҡын ялмап алғайны. Унан бөрккән эҫелек кейеме аша тәнен өттө. Ошо мәлдә  аласығының бәләкәй булыуына ҡыуанды. Бер-ике ынтылыуҙа  тышта ята ине инде. Әйле-көйлө ҡар өҫтөндә бер аҙ ятҡас, тороп ултырырға маташты. Бая булдыра алмаһа ла, хәҙер үҙендә көс тапты. Хәйер, ҡапыл булған ҡот осҡос хәл уны айнығырға мәжбүр итте. Ут ялмап алған аласығына ҡарап, күңелһеҙ уйҙарға батты. «Ҡыш уртаһында йәшәр урынһыҙ ҡалдым да инде», – тип ҡобараһы осто. «Хәҙер ҡайҙа барам, ҡышты, туңмай, ҡайҙа үткәрәм инде?» Ошо уй мейеһен телгеләне. Был ауыр уйҙан ҡотолорға теләгәндәй, кисәге «запас» ҡалдымы икән, тип кеҫәһен һәрмәне. Был ни ғәләмәт?! Бармағы «фанфурик»тың быяла тәнен тойҙо. Күңеленә йылы йүгерҙе, ҡара һөрөмгә буялған йөҙөндә йылмайыу шәүләһе барлыҡҡа килде. Был бәләкәй генә һауыттағы эсемлек тамағын сылатырлыҡ ҡына булһа ла, уны бер аҙ тынысландырҙы. Дөрләп янған аласығының тирә-яғын ҡарап сығырға көс бирҙе. Өҫтөндәге майланып бөткән кейемен барланы, сисенеп ятмауына ҡыуанды. Хәйер, нисек сисенһен инде, өшөмәй. Аласығын гәрбилдән генә әтмәләп алғайны.

Уныһы тишек тә тошоҡ, тыш күренеп тора. Аласыҡ уртаһында ултырған тимер мейесе генә уны һалҡындарҙан ҡотҡара ине. Әлдә, әмәлгә ҡалғандай, эргәлә генә өс-дүрт пилорама көнө-төнө таҡта быса. Пилорамсыларға әйтеүең генә көс: ҡайҙа һелтәргә белмәгән гәрбилдәрен өйөп китәләр. Ул көслө уттың ҡыҙыулығына ҡып-ҡыҙыл булған тимер мейесен ҡотҡарырға теләгәндәй, утҡа ҡар киҫәктәре бырғатырға маташты. Ҡайҙан инде утты еңерһең, ул ҡыҙыулай ғына бирҙе. «Яңынан аласыҡ әтмәләргә гәрбил-фәләнен табырмын да ул. Мейесем ҡыҙыу утҡа бирешмәһә генә ярар ине» – бар теләге уның шул булды. «Ярай, тере ҡалдым, баш һау булһа, мал табыла ул», – тип үҙен тынысландырырға, кисәге көндө күҙ алдына баҫтырырға маташты.

Тулы вариантын "Таң" гәзитенең 29-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Флүр Ғазин
Читайте нас: