Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
14 Июль 2022, 19:00

Бөтәһенә лә өлгөрә Диана

Һәр мәктәптең яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе, матур эштәре менән маҡтауға лайыҡ уҡыусылары бар. Тап шундайҙарҙың береһе – Диана Теләүбаева.

Бөтәһенә лә өлгөрә Диана
Бөтәһенә лә өлгөрә Диана

Диана Иҫке Собханғол урта мәктәбен 2018 йылда алтын миҙалға тамамланы һәм Өфө дәүләт нефть-техник университетына уҡырға инде. Мәктәптә уҡығанда ул шул тиклем тырыш булды.

Рус теле, математика, физика фәндәренән (уҡытыусылары: Флүрә Нәҙир ҡыҙы Ғүмәрова, Фәнзилә Фәрхәт ҡыҙы Садиҡова, Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Хәкимова) берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балдар йыйҙы. Ошо предметтарҙан олимпиадаларҙа ҡатнашып призлы урындар яуланы. Физика фәненән республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты һәм берҙәм дәүләт имтиханында 82 балл йыйҙы. Өфө дәүләт нефть-техник университетында уҡыған ваҡытта ла олимпиадаларҙа, интернет-викториналарҙа әүҙем ҡатнаша. 2019 йылда физиканан призер булды, 2022 йылда экология буйынса студент олимпиадаларында 1-се, 3-сө урындарҙы яуланы. Күп уҡый, күп белә. Тырыш кеше һәр яҡлап та үрнәк була, бөтәһенә лә өлгөрә Диана. Әсәһе Гүзәл дә ҡыҙына терәк булып ярҙам итә, яҡшы уҡыһын тип тырыша.


Һәр кешенең кескәй саҡтан уҡ килгән хыялдары, маҡсаттары була. Диана эколог һөнәрен үҙләштереп, ҡулына ҡыҙыл диплом алды. Магистратураға инеп ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, үҙ юлын табырға яҙһын уға. Хыялдары тормошҡа ашһын!

Автор:Ф. Хәкимова.
Читайте нас: