Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
7 Июль 2022, 17:30

Ат ҡылы

Мин план Барбаросса эшләй башланым. Тәк! сказал бедняк!План: этте ояһына бикләргә! Ояһының башы шифер, алып була. Операция эшләргә булдым тегенең үңәсенә.

Ат ҡылы
Ат ҡылы

(Булған хәл )

Эштән ҡайтып киләм. Ҡапҡаны асҡас та ҡойроғон болғап, эт ҡаршыға килә торған. Ишек алдына индем. Самур күренмәне. Аһ-аһ ҡайҙа икән? - тигән уй баштан үтте лә онотолдо. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланды.Эт күренеп ҡала ул күренеүен.Ләкин башын аҫҡа эйеп, йә солан аҫтына, йә ояһына инеп китә.


Шулай көндәр үтә тора. Бер заман соландан һаҫыҡ емтек еҫе сыға башламаһынмы. Терпи казак.
Малайҙарым миңә: «Әсәй, эт ашаһа, ашаған нәмәһе үңәсенән төшә», - тиҙәр. Батюшки! Нисек инде улай була?


Ирем: «Һуғышып үңәсен сәйнәткәндер, төҙәлер әле, эткә нимә булһын!» - тине лә ҡуйҙы.Мин дә был фекерҙе дөрөҫтөр тинем. Әммә... Ул сәйнәлгән үңәс уже төҙәлергә тейеш тә баһа! Ә ул көндән-көн һаҫый. Эт гел солан аҫтына инер булып китте. Түҙ генә әй! Прәме тын алып булмай, ҡоҫҡо килә, соландан һуғыш яланын үткәндәй үтелә бит әй!
Өйҙәге ир-егеттәрҙең позицияһы - төҙәлер әле! Рәхәт позиция - яуаплылыҡтан ҡотолдоң да ҡуйҙың и вәссәләм! Мин план Барбаросса эшләй башланым. Тәк! сказал бедняк!
План: этте ояһына бикләргә! Ояһының башы шифер, алып була. Операция эшләргә булдым тегенең үңәсенә. Алдан перчатка, ҡайсы, бысаҡ, йод, бинт әҙерләнем. Ояға ингәнен аңғарып ҡына торорға ла ояның ауыҙын бикләргә. Уныһын да әҙерләнем. Мин һаҫыҡ еҫ менән к бою готова!


Шулай ҡәҙимгесә мәктәптән ҡайтып киләм. Ну теге еҫте еҫкәге килмәй бит!
Индем ишек алдына. Ба! Самур ояһында! Үҙемде тыныс ҡына тотҡан булам. Сумкамды ипләп кенә ултырттым да ҡырыйҙан ғына киттем оя яғына. Әҙерләп ҡуйған шифер менән оя ишеген терәтеп ҡуйғанский бит әй!


Всё по плану, товарищи, тигән булам. Беренсе этап булды! Кейемде алмаштырып, ҡулға бирсәткә кейеп, операция ҡорамалдарымды алып киттем «балнисҡа». Икенсе этап: ояның башындағы шиферҙы алыу, ҡатылмаған булғас, уныһын да атҡарҙым. Өсөнсө этап: теге үңәсте һәрмәп тикшереп ҡарау. Үҙем еҫтән сәсәйем, үҙем эттең үңәсен һәрмәйем. Туҡта, туҡта! Стоп! Үңәс уратып бик ҡаты бер еп уралған түгелме? Ҡайҙа ҡайсы? Этте сыйылдата-сыйылдата ҡырҡтым бит теге епте. Бына һиңә мә! Күрмәһәң - күр, мәйтәм! Нимә тиһегеҙ, иптәштәр һәм дә товарищтар! Вы не поверите! Ат ҡылы! Ултыра төшә яҙҙым!


Вот в чем секрет был әтнәкәнең. Һығымта: тимәк, кемдер эттең муйынына ат ҡылын бәйләп ебәргән. Ҡыл оҙаҡ серемәй бит инде. Эт яйлап үлергә тейеш була. Ну мин эткә үлергә худ бирмәнем булып сыға инде. Кемдең ҡулы барҙы икән бындай аҙымға?


Этебеҙ эт йәнле булып сыҡты. Төҙәлде. Эт һауығыуын һауыҡты ла ул, тик күңел әле һаман ошо кешенең ҡылығын аңлап бөтмәй.

Автор:Альмира Абдуллина. Иҫке Монасип ауылы.
Читайте нас: