Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
17 Июнь 2022, 16:45

Һағындыра мәктәп йылдары…

Тәүге ҡарлуғастарымды осороп ебәреүгә 45 йыл ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп киткән.

Һағындыра мәктәп йылдары…
Һағындыра мәктәп йылдары…

Был минең өсөн бик ҡәҙерле фотоларҙың береһе. Ни өсөн тигәндә, ул минең тәүге сығарылыш класым уҡыусыларының фотоһы. Тәүгеһе бу-лыуы менән дә яҡын шул.

Бынан 45 йыл элек, йәғни, 1977 йылдың 24 майында һуңғы ҡыңғырауҙан һуң синыф менән район үҙәгенә барып, йәмле Ағиҙел бу-йында фотоға төштөк. Алдан ауылдашыбыҙ, фотограф Таһир Ҡасҡынбаев менән һөйләшеп ҡуйғайныҡ. Ҡыҙҙарҙың сәстәрендә аҡ бантик, күлдәктәрҙә аҡ яғалар, егеттәрҙең барыһы ла аҡ күлдәктә, костюмда, галстук таҡҡандар. Бер иш кейемдәр, балалыҡ менән йәшлектең иң матур сағы, имтихандар алды...


Был саҡта уларға 14-15 йәштәр тирәһе ине. Ә бөгөн был балаларға 60-61 йәш. Ваҡыты менән ышаныуы ла ҡыйыныраҡ, сөнки уларҙың күптәре хәҙер инде пенсионерҙар. Уларға 60 йәште биреүе лә ҡыйын, ә үҙем һуң, миңә ул саҡта 23 йәш ине, ә хәҙер етмеште ҡыуам.


Тәүге ҡарлуғастарымды осороп ебәреүгә 45 йыл ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп киткән.


Синыф етәксеһе булараҡ, мин уларға дөрөҫ тәрбиә, тормошҡа йүнәлеш, уҡытыусы булараҡ, белем бирә алдыммы икән тип уйлайым. Уларҙың уңыштарын күреп шатландым, осрашып һөйләшкәндә кәңәштәремде бирҙем, хәсрәттәре булғанда мин дә борсолдом. Ни тиһәң дә, тормош юлдары ҡатмарлы, гел шыма ғына бармай бит. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙарына ҡыуандым, сыға алмағаны ла булды, үкенесле.


...Миңә улар менән мәктәптә эшләүе еңел булды. Сөнки дәртле, талантлы, үҙ фекерҙәре булған балалар ине улар. Синыф етәксеһе менән бер рәттән өлкән пионервожатый ҙа булғас, мәктәптең, ауылдың, шулай уҡ райондың бөтә сараларында концерт, смотрҙарҙа, фестивалдәрҙә, спорт ярыштарында улар менән бергә йөрөнөм. Уҡыуға ла яҡшы уҡынылар, йыр-моңға, бейеүгә лә оҫта булдылар, спорт яғынан да алдырҙылар.

Автор:Нәзирә Шәрипова, ветеран уҡытыусы.
Читайте нас: