Беҙгә яҙалар
21 Мая 2022, 10:00

Ҡәләмдәшем хаҡында бер кәлимә һүҙ

«Әсәйҙәрҙә байрам ҡайғыһымы?» тигән шиғырын илай-илай уҡыным.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡәләмдәшем хаҡында  бер кәлимә һүҙҠәләмдәшем хаҡында  бер кәлимә һүҙ
Ҡәләмдәшем хаҡында бер кәлимә һүҙ

Флүрә Маликованың шиғырҙарын һәр саҡ күҙәтеп барҙым. Мәғәнәле, йөкмәткеле, күңелгә ятышлы шиғырҙары бик оҡшай. Уның шиғырҙарын нисә йыл рәттән «Йөрәк һүҙе» нә алып сығыуҙары ла был башлап ижад иткән кешегә оло баһа. Ә «Әсәйҙәрҙә байрам ҡайғыһымы?» тигән шиғырын илай-илай уҡыным.


Яңыраҡ үткән «Ижади майҙан» йыйылышында әйтелгәнсә, ҡәләм тибрәтһәләр ҙә баҫырылып ятҡан шағирәләргә лә иғтибар итеп, кәңәш биреп, дәртләндереп ебәрһәләр, шәп булыр ине.


Бына тап шунда Флүрә менән яҡындан таныштыҡ. Ул миңә үҙнәшер менән сығарған «Был ғүмерҙәр» тигән китабын бүләк итте. Бер тынала уҡып сыҡтым.


Яҙ, ижад ит, ҡәләмдәш! Донъя мәшәҡәте бөтмәй ул. Афарин, тиергә генә ҡала һиңә.

Автор:Г. ҺЫРЛЫБАЕВА.