Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
10 Февраль 2022, 17:00

Яҙмыш уны күп һынаны

Бынан 75 йыл элек - 1947 йылдың шартлап торған һыуыҡ селләһендә, 25 ғинуар көнө минең бер туған һеңлем донъяға ауаз һала. Исемен Миңнурый тип ҡушалар.

Яҙмыш уны күп һынаны
Яҙмыш уны күп һынаны

Йәмле Нөгөш буйында Бөрйән районы менән сиктәш ултырған элекке Йомағужа, хәҙерге Мәләүез районының Кәшәлә тигән ауылы бар ине.

Кешеләр ташлап киткән был урында 2012 йылда “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы етәкселеге үҙенең биләмәһен киңәйтеү маҡсатында Кәшәлә терәк пункты ойоштора. Бал ҡорттары урынлаштыралар, фенологик күҙәтеүҙәр алып барыу өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр тәғәйенләнә, улар шулай уҡ кәмәләрҙә ағып төшкән туристарҙың документтарын тикшереү, уларҙы ҡурсаулыҡ режимдары менән таныштырыу кеүек мөһим эш башҡаралар. Хеҙмәткәрҙәргә йәшәү өсөн шарттар булдырылған. Бында ҡояш энергияһы ярҙамында телефондан һөйләшеү, телевизор ҡарау, интернетҡа сығыу мөмкинлеге бар.


Ошо ауылда бынан 75 йыл элек - 1947 йылдың шартлап торған һыуыҡ селләһендә, 25 ғинуар көнө минең бер туған һеңлем донъяға ауаз һала. Исемен Миңнурый тип ҡушалар. Ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан, һеңлем теремек, тиктормаҫ булып үҫте. Шул йылдарҙа ауыл халҡы төрлө тарафтарға күсенә башлағас, беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән Үрге Нөгөшкә күсеп килдек.

Был ауылда әсәйемдең әсәһе Сәхиямал өләсәйҙең өс бер туған ағалары йәшәне. Улар ҙа ошо ауылға күсергә кәңәш биргәндәр. Был 1951 йылдың йәйе ине.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 6-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:И. ЯМАНАЕВ.
Читайте нас: