Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
26 Ғинуар 2022, 10:10

54 градус һыуыҡ булды

Артабан Сочи урамынан өҫкә табан атланыҡ та, өшөүгә сыҙамай, алда аҙыҡ-түлек магазины бар, тиҙерәк шунда инәйек, тип йүгерҙек. Барып етһәк, ул бикле. Беҙ һыуыҡта йүгергәнлектән, тын ала алмайбыҙ. Хәҙер үләбеҙ бит, әйҙә, берәй өйгә туҡылдатып ҡарайыҡ, тибеҙ ҙә ул, тик ҡыймайбыҙ.

54 градус һыуыҡ булды
54 градус һыуыҡ булды

Көйөнөс - һөйөнөстәре менән тағыла бер йылыбыҙ үтеп китте.
Ошо байтаҡ ҡына йәшәгән йылдар эсендә Яңы йылдарҙы төрлө урындарҙа, төрлө шарттарҙа ҡаршы алырға тура килде. Әммә 1979 йылдың Яңы йылы
мәңге онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙә уйылып ҡалды.


Өфө ҡалаһында эшләп йөрөгән мәлем. Йәшәгән урыным - Дуҫлыҡ монументынан өҫтәрәк. Абакан тыҡрығында Хаят тигән инәйҙә фатирҙа торам.


Яңы йылды Һупайлы биҫтәһендә училищела уҡып йөрөгән Флүзә һеңлем эргәһендә ҡаршыларға уйлап, күрше ҡыҙы Сәмәрә менән үҙебеҙсә әҙерләнеп, күстәнәстәр алып, ҡуҙғалдыҡ. Ул көндө әллә ней һыуыҡ тип хәтерләмәйем.


Һупайлыла ул саҡта бер училище, бер иректән мәхрүм ителгәндәрҙең казармаһы ғына бар кеүек хәтерләйем. Һәр хәлдә хәҙерге кеүек ҙур микрорайон түгел, эргә-тирәһе ҡола ялан ине.


Ҡыҙҙар менән матур ғына байрам иттек, дөйөм ятаҡ йылы булды. Иртәнсәк беҙгә эшкә ине. Ер аяғы-ер башына - Иҫке Өфөгә барырға кәрәк. Тышҡа сыҡһаҡ, шул тиклем һыуыҡ - бөтә донъя ап-аҡ томанға уралған. Кире бүлмәгә инеп, ҡыҙҙарҙың кейемдәрен ҡатлап кейеп, иртәнге 7-лә туҡталышҡа сыҡтыҡ.
Көтәбеҙ, бер ниндәй транспорт йөрөмәй. Бер ваҡыт томан йырып килеп сығып, бер служебный автобус ултыртып алды.


Унан төшкәс, нисәлер туҡталышты йәйәүләп үтеп, көскә Дуҫлыҡ монументына барып еттек. Артабан Сочи урамынан өҫкә табан атланыҡ та, өшөүгә сыҙамай, алда аҙыҡ-түлек магазины бар, тиҙерәк шунда инәйек, тип йүгерҙек. Барып етһәк, ул бикле. Беҙ һыуыҡта йүгергәнлектән, тын ала алмайбыҙ. Хәҙер үләбеҙ бит, әйҙә, берәй өйгә туҡылдатып ҡарайыҡ, тибеҙ ҙә ул, тик ҡыймайбыҙ.


Хәҙерге «Ихлас» мәсете янындағы 7-се почта бүлексәһенә инеп, һыуыҡтан саҡ ҡотолдоҡ. Оҙаҡ ҡына ултырып йылынып, хәҙерге «Ирәмәл» янындағы эш
урынына көндөҙгө 12-гә йәйәүләп саҡ барып еттек. 54 градус һыуыҡтағы 5 сәғәткә һуҙылған сәйәхәтебеҙ шулай тамамланды.


Иң ғәжәбе шул - хатта шул йортта йәшәүселәр ҙә һыуыҡ тип эшкә килмәгәндәр. Эшләмәгәс, Ағиҙел буйындағы фатирыбыҙға тағы ла “пешком турат” менән ҡайтып киттек.
Һыуыҡтан автобустарҙың, трамвайҙарҙың буяуҙары ҡубып төшөп, ялтырашып йөрөнөләр. Ә әҙәм балаһы түҙә икән ул. Кешенән дә әрһеҙ зат юҡтыр...


Хәҙерге ҡыҙҙарҙың кейемдәренә ҡарайым да, беҙ улар шикелле кейенгән булһаҡ, ул һыуыҡта кәкерәйеп ҡатҡан булыр инек, тип уйлайым. Йәш саҡта барыбер йылы кейенгәнбеҙ: өҫтә ябай булһа ла яғалы, эсе мамыҡ оҙон пальтолар, башта ҡалын итеп бәйләнгән шапкалар, ҡулда йылы бейәләйҙәр.
Бына шулай иҫтә ҡалды Яңы йылдың иң һалҡын көнө...

54 градус һыуыҡ булды
54 градус һыуыҡ булды
Автор:Флүрә Йомағужина
Читайте нас: