Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
10 Декабрь 2021, 17:00

Сағылдарҙа үҫкән имәндәй

Мораҙым ауылы Бөрйән районының үҙенсәлекле төпкөлөндә, тәбиғәттең бик матур бер мөйөшөндә ята: ауыл эсендәге бер бөгөлөшөндә түңәрәк күл хасил иткән Ағиҙел йылғаһы, иркен яландар, текә ҡаялар, мөһабәт тауҙар.

Сағылдарҙа үҫкән имәндәй
Сағылдарҙа үҫкән имәндәй

Йырҙарҙа данланған йылғабыҙ буйынан ауылға илткән юл буйлап эскә уҙып барам. Өҫкә ауып килгәндәй текә ҡаялар аҫтынан да үтә ул ташлы оло юл. Өҫкә күҙ һалам, ҡаяның иң суҡыһында ла ағастар “ыһ” та итмәй, баштарын күккә сөйөп, ғорур торалар. Бына ҡайҙа мөһабәтлек, ҡаһарманлыҡ, сыныҡҡанлыҡ, мәңгелек! Тамырҙарын ҡая таштары араһында тәрәнгә батырып, ныҡлыҡта ултыра был ағастар... Бәлки, ҡая битен ҡаплап, бер-береһен ҡурсып уҡмашып ултырыуҙары уларҙы һалҡындарҙан, дауылдарҙан һаҡлайҙыр, ҡуйы урман булып тороуҙары уларҙы ныҡлы, сыҙамлы итәлер...

Зарлы түгел
олпат уҙаман
Яңғыҙ ғүмер иткән ирҙәр... Һәр ауылда ла бар улар. Юҡ-юҡ, өйләнмәй ҡырҡты, иллене уҙып барғандар хаҡында әйтмәйем, йәки ғәйеп үҙҙәрендә булып, ҡатынын айырып, яңғыҙ йәшәгәндәрҙә лә эшем юҡ. “Бергә-бергә - ғүмергә” тигәндәй, өйләнешеп, йорт һалып, матур донъя ҡороп, балалар үҫтереп, балҡытып тормош көтөп ятҡанда, ҡатынын юғалтып, яңғыҙ тороп ҡалған ирҙәр, олпат ағайҙар хаҡында һүҙем. Ундайҙарҙы мин район буйынса күп беләм, күптәре менән аралашам. Шуны аңғарам: ҡатындары имен-һау саҡта нисек һәм ниндәй булғандар, шул холоҡ-фиғелдәрен юғалтмай, зарланмай, төшөнкөлөккә бирелмәй, рухи һынмай, балаларының ҡәҙерле аталары, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүләсәләренең яратҡан олаталары булып ҡала белә уларҙың күбеһе. Берәүҙәре нисәмә йылдар ғүмер иткән ғаилә йортоноң ҡотон, хәләл нигеҙҙе һаҡларға тырышып, яңғыҙлыҡ ауырлығын еңергә үҙҙәрендә көс, түҙемлек табып, ныҡышып бер үҙе көн итһә, икенселәре балалары ҡарамағында. Балаңа һыйыныуы ла барыһына ла эләкмәй шул, улың үҙеңдеке лә, киленең ниндәй йәки улың үҙе ниндәй?

Балалары тарафынан урамдарға сығарып ташланған ҡарттарыбыҙ ил буйынса аҙмы ни!? Асарбаҡтарҙың да бер ҡатламы шундайҙарҙан хасилдаһа!


Мораҙым ауылында йәшә-гән Бәшир ағай Айытбаев менән электән танышмын, хәлен белешеп, һорашып торам. ”Бирешәһе түгел әле Бәшир ағайың, балалары һәйбәт ҡарай”, - ти мораҙымдар. Мораҙымға юл төшөп, инеп сыҡҡанымда ла күрәм: Рөстәм улының иркен һәм күркәм донъяһында ҡәҙерле ҡунаҡ һымаҡ ултыра Бәшир ағай. Өҫ-башы таҙа, кәйефе күтәренке, тауышы көр, хәтере шәп, һөйләр һүҙҙәре күп. Килене Миләүшә «ҡайным» тип бөтөрөлөп йөрөй...

Материалдың тулы вариантын  "Таң" гәзитенең 99-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:М. ФӘЙЗУЛЛИН.
Читайте нас: