Беҙгә яҙалар
28 Ноября 2021, 06:10

Тик әсә кеше генә беҙҙе аңлай

Минең әсәйем - Салауатова Мәҙинә Ғилфан ҡыҙы. Ул хозур тәбиғәтле Брәтәк ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып-үҫкән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тик әсә кеше генә  беҙҙе аңлайТик әсә кеше генә  беҙҙе аңлай
Тик әсә кеше генә беҙҙе аңлай

Ҡәҙриә Салауатова:
- Әсәйҙәр көнөн түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Беҙ ғаиләбеҙ менән әсәйҙе ҡотларға әҙерләнәбеҙ. Әсәй менән бәлештәр бешерәбеҙ. Тәмләп, күмәкләп сәй эсәбеҙ. Минең әсәйем - Салауатова Мәҙинә Ғилфан ҡыҙы. Ул хозур тәбиғәтле Брәтәк ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып-үҫкән. Беҙгә, биш балаға, ғүмер бүләк иткән. Мин әсәйемде - донъялағы иң ҡәҙерле кешемде, байрам менән ҡотлайым. Уға һаулыҡ һәм сабырлыҡ теләйем.


Эйе, был донъяла әсәй кешене бер нәмә лә, бер кем дә алмаштыра алмайҙыр тип уйлайым. Әсәйҙәр беҙгә бер ваҡытта ла насарлыҡ теләмәйҙәр. Тик әсә кеше генә беҙҙе аңлай, кәрәк саҡта йыуата һәм һәр саҡ, нимә генә булһа ла, ярҙам ҡулын һона.

Автор:Вәсилә Әйүпова, Байназар мәктәбе уҡыусыһы.