+7 °С
Болотло
Ул 1984 йылда Брәтәк ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Әсәйем бар яҡтан да уңған. Күберәк бешеренергә ярата, ҡул эштәре менән дә булыша, беҙҙе лә ҡарай. Әсәйемдең шундай оҫта ҡуллы, өлгөр булыуына ҡыуанам һәм ғорурланам. Әсәйем берәй ергә китһә йәки өйҙә булмаһа, өйҙә шул тиклем күңелһеҙ, өй буш, донъя йәмһеҙ һымаҡ тойола. Ә ул ҡайтһа, өй балҡып тора.
Әсәкәйемде ошо күркәм байрам - әсәйҙәр көнө менән ҡотлайым. Әсәйемә иҫәнлек-һаулыҡ һәм донъяла булған бөтә изге теләктәрҙе генә теләйем.