Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
28 Ноябрь 2021, 11:00

Мин әсәйемә барыһы өсөн дә рәхмәтлемен.

Минең әсәйем - Салауатова Нәсимә Сабир ҡыҙы.

Мин әсәйемә барыһы өсөн дә рәхмәтлемен.
Мин әсәйемә барыһы өсөн дә рәхмәтлемен.

Фирүзә Салауатова:
- Минең өсөн әсәйҙәр байрамы - иң матур байрам. Әсәйебеҙҙе ҡотларға тип өйҙә һеңлем, ҡустым, атайым менән бәләкәй генә булһа ла бүләктәр әҙерләйбеҙ. Ул беҙҙең бүләктәребеҙҙе алып ҡыуана.


Минең әсәйем - Салауатова Нәсимә Сабир ҡыҙы. Ул 1978 йылдың 6 июлендә Байғаҙы ауылында тыуа. Мәктәптән һуң педагогия институтында белем ала. Диплом алғас, Байназар мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә килә. Әлеге көндә тарих дәресен алып бара, уҡыусыларҙы музыка серҙәренә лә өйрәтә. Уҡыусылар әсәйемде хөрмәт итә һәм ярата. Мин дә әсәйемде бик ныҡ яратам һәм ысын күңелдән әсәйҙәр байрамы менән ҡотлайым. Ул донъялағы иң изге, иң яҡын кешеләрҙең береһе.


Әсәй! Һинең йөрәгең иң саф һөйөү, бөтмәҫ наҙ, хәстәрлек менән тулы. Шулай уҡ һинең аҡыллы кәңәштәрең беҙҙе дөрөҫ юлдан атлата һәм һәр саҡ ярҙам итә. Мин әсәйемә барыһы өсөн дә рәхмәтлемен.

Автор:Вәсилә Әйүпова, Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: