Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
3 Август 2021, 10:00

Фәһемле практика

Ҡортсолоҡ - башҡортҡа, айырыуса Бөрйән башҡортона хас кәсеп. Килем, табыш алыуҙан бигерәк, ҡанына һеңгән шөғөл, күңел йыуанысы, тәбиғәт менән бер бөтөнлөктө хасил итеүсе бер илаһи күренеш был.

Фәһемле практика
Фәһемле практика

Ҡортсолоҡ - башҡортҡа, айырыуса Бөрйән башҡортона хас кәсеп. Килем, табыш алыуҙан бигерәк, ҡанына һеңгән шөғөл, күңел йыуанысы, тәбиғәт менән бер бөтөнлөктө хасил итеүсе бер илаһи күренеш был.

Әбделмәмбәт мәктәбенең 7-10 класс уҡыусылары ла «Ҡортсолоҡ нигеҙҙәре»н уҡыу программаһына ингән курс булған өсөн генә түгел, ә үҙҙәренә өҫтәмә һөнәр, бәлки киләһе тормоштарында кәрәге тейер шөғөл, тип өйрәнә. Июнь-июль айҙарында уҡыусылар, уҡытыусылары Ринат Фазылйән улы етәкселегендә Аҡбулатҡа, мәктәп умарталығына практик дәрескә йөрөнөләр. Умартасы Шәфҡәт һәм Азамат Йомағужиндарҙың бар нәмәне төшөндөрөп, ентекле аңлатып һөйләүе, умартасы кейемен кейеп, егәрле нәҙекәйбилдәрҙең йәшәйешен үҙ күҙҙәрең менән күҙәтеү, хозурлығы менән һушты алған тәбиғәт һәм иң һуңынан, әле генә умартанан алынған хуш еҫле бал ҡушып эселгән тәмле урман сәйе - былар барыһы ла йәш ҡортсолар күңеленә хуш килде. Тап тәбиғәт менән бер бөтөнгә әйләнеп, боронғо атай-олатайҙарыбыҙ кеүек, үҙ яҙмышыңа үҙең хужа булып йәшәгәндә генә, аяғында ныҡлы баҫып торған, замандың елбәгәй елдәренә бирешмәҫлек көслө егеттәр-ҡыҙҙар үҫеренә ышаныс ҙур.

Фәһемле практика
Фәһемле практика
Фәһемле практика
Фәһемле практика
Автор:Гөлфинә Ҡасимова, өлкән пионервожатый.
Читайте нас: