Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
5 Июнь 2021, 08:00

Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы

Ғәлиәкбәр ағинәйҙәре Батша шишмәһе янында Яңы Мөсәт, Байназар ауылдарынан килгән ҡунаҡтар менән сара ойошторҙо.

Ғәлиәкбәр ағинәйҙәре Батша шишмәһе янында Яңы Мөсәт, Байназар ауылдарынан килгән ҡунаҡтар менән сара ойошторҙо.
Күптән түгел Ғәлиәкбәр ағинәйҙәре Яңы Мөсәттә ҡунаҡ булып ҡайтҡайнылар. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тигәндәй, үҙҙәре лә ныҡлы әҙерләнеп, берлектәрҙе, байназарҙарҙы саҡырып алдылар. Сарала ҡатнашыусылар урам буйлап гармунға ҡушылып йырлап, Батша шишмәһенә барҙылар. Был изге урынды ғәлиәкбәрҙәр кәртәләп, ағастар ултыртып, тәрбиәләп тота.
Мәҙәниәт йортонда ҡораманан эшләнгән түшәк-юрғандар, сергетыштар күргәҙмәһен ҡарап кинәндек.

Ғәлиәкбәрҙәр килен оҙатыуға бирнә һандығы әҙерләү йолаһын күрһәттеләр. Һәр бүләкте боронғоға һәм хәҙергегә бәйләп, бик фәһемле итеп әҙерләнгәндәр. Дуҫлыҡ концерты ҡуйғандан һуң, һөйләшеү табын артында дауам итте. Мул табын артында фекер алышып, Рәшиҙә Ғиззәтуллинаның, Сәриә Минһажеваның фәһемле вәғәздәрен тыңлап, һәр беребеҙ бүләктәр алып, оло ҡыуаныс кисерҙек.

Үҙҙәренең ауылдашы Көнһылыу Ҡотлобаеваны, Рәшиҙә Ғиззәтуллинаны шәхсән ҡотлап ҙурлаһалар, Берлек ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Ғилминур Уразаеваны үтеп киткән тыуған көнө менән тәбрикләп ҡыуандырҙылар.

Бындай саралар бик кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр “сәй эсеп йөрөү” тип уйлаһалар ҙа, күпме эш: күҙҙең яуын алыр ҡорамалар, сергетыштар, сигелгән таҫтамал-ҡулъяулыҡтар, тегелгән күлдәк-бишмәттәр, түшелдеректәр, таҫтар, ҡашмауҙар эшләнгән. Ағинәйҙәр өсөн ҙур шөғөл, күңел талабы ул.
Читайте нас: