Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
4 Июнь 2021, 14:00

Ҡазан туристарын еңделәр

Ҡазан ҡалаһынан килеп, Нөгөш буйлап аҡҡан туристар икенсе йыл рәттән Үрге Нөгөш ауылында туҡтап, урындағы ир-егеттәр менән төрлө спорт ярыштары ойошторалар.

Ҡазан ҡалаһынан килеп, Нөгөш буйлап аҡҡан туристар икенсе йыл рәттән Үрге Нөгөш ауылында туҡтап, урындағы ир-егеттәр менән төрлө спорт ярыштары ойошторалар.
Быйыл айырыуса волейбол ярышы шәп үтте, сәмле барҙы. Үрге Нөгөш егеттәре бирешмәне, ҡунаҡтарҙы еңеп ҡуйҙы. Бына ул шәп егеттәр: Таһир, Фазыл Ғәлиевтар, Рәшит, Заһир Ғәбитовтар, Ильяс Аҫылғужин, Айсыуаҡ Иҫәнаманов.

Туристар бүләктәр ҙә алып килгән ине. Быйылғы Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына бағышланған сара төпкөлдә ятҡан ауыл тормошонда ҙур ғына ваҡиға булды.
Читайте нас: