Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
2 Апрель 2021, 09:30

Көлкө көнөнә ҡарата

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәмилә Сәлимгәрәева йәш кенә сағында ауылында һауынсы булып эшләгән.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәмилә Сәлимгәрәева йәш кенә сағында ауылында һауынсы булып эшләгән.
Һөтөн бирмәй
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәмилә Сәлимгәрәева йәш кенә сағында ауылында һауынсы булып эшләгән. Рәмилә һауын мәлендә гел генә йырлап йөрөр булған. Төркөмдәге бер һыйыры ул йырламаһа, һөтөн бирмәй икән. Бер мәл Рәмилә ялға сыға, әммә ял итеү уға эләкмәй. Мотоцикл менән ферма мөдире килеп тә етә һәм: “Рәмилә, теге ахмағың һөтөн бирмәй, һин, ҡыйын булһа ла, һаумаһаң да, эргәһендә йырлап тормаһаң булмаҫ”, - тип үтенә.
«Шәберәк ҡыуыңҡыра»
Ҡыпсаҡта йәшәүсе бер ир эргәһенә машинала бик ҙур тиҙлектә иҫерек егет килеп туҡтай һәм: “Ағай, гаишниктәр ҡасан үтте?” – тип һорай икән.
- Һин, ҡустым, бик борсолма, улар яңыраҡ ҡына Яуымбай яғына үттеләр, әгәр ошо тиҙлек менән барһаң, уларҙы тиҙ арала ҡыуып етәсәкһең.
Су суыкмы?
Был көләмәсте миңә татар ҡәрҙәштәр үҙҙәре ихлас итеп һөйләнеләр, шуға күрә беҙҙә йәшәүсе татарҙар үпкәләй күрмәһен.
Татар халҡын көсләп суҡындырыу барған мәл. Ғәбделхәй һәм Әхмәт исемле ике ир суҡынмаҫ өсөн йәй буйы урманда ҡасып йәшәйҙәр. Әммә йәй үтә, көҙ башлана, һыуыҡтар төшә. Хәл юҡ, өйгә ҡайтмай булмай. Ауылға ҡайтыу өсөн ҙур йылғаны йөҙөп сығырға кәрәк. Берәүһе йөҙөп сыға. Сыҡһа, ҡаршыла сиркәү ҙә төҙөп ҡуйғандар, ти. Ул арала быны поп эләктереп тә ала, һыуға кире төшөрөп, суҡындырып та ҡуя. Аръяҡтан уны-быны белмәгән Әхмәт һөрәнләй: “Ғәбделхәй, су суыкмы?” Ә Ғәбделхәй иһә, мығырланып: “Татар, нимә һорап тора бит әле”, - ти икән.
«Күлдәк фабричныймы?»
Былтыр, ағайым иҫән сағында, мин ошо ваҡиғаны яҙырға унан рөхсәт һораным. Ул риза булды.
...1947 йыл. Һуғыштан һуң кейем булмауы барса халыҡҡа билдәле. Атайым менән Сәғәҙәтдин ағайымдың әсәһе ҡайҙандыр тауар һатып алып ҡайта һәм ике малайына ла ҡул менән күлдәк тегә.
Сәғәҙәтдин ағайым ошо күлдәкте кейеп мәктәпкә бара. Малайҙар унан: “Ҡара әле, был күлдәгең фабричныймы?” – тип һорайҙар икән. Сәғәҙәтдин ағайым уларға: “Ҡайҙан фабричный булһын, Хәбирәчный”, - ти икән. Уның әсәһенең, беҙҙең өләсәйебеҙҙең исеме Хәбирә ине.
«Ягудин
умер»
Ҡыпсаҡта Мөхәррәм Ягудин (Йәһүҙин) тигән ағай йәшәне. Бынан бер нисә йыл элек үлеп ҡалды ул. Был юлы ысынлап үлде. Тәүге тапҡыр ул үткән быуаттың 50-се йылдарында уҡ “үлгән” булған икән.
Армия хеҙмәтен ағай Ҡаҙағстанда үткән. Хеҙмәт аҙағында бер ҡаҙаҡ ҡыҙына өйләнгән был. Тыуған яғына ҡайтып, бер аҙ торғас, ауыл советына уны эҙләтеп хат килеп төшә. Хатта уның ҡыҙы тыуыуы тураһында хәбәр ителгән һәм кисекмәҫтән килеп етеүе һоралған була. Ул саҡтағы ауыл советы рәйесе Бирғәле бабай оҙаҡ уйлап тормай, “Ягудин умер”, тип документ ебәрә. Ололар ғүмер буйы Мөхәррәм ағайҙы «Мөхәррәм мәрхүм», тип йөрөттө.
«Остальные
не годен»
Шул уҡ Мөхәррәм ағайҙы бер төркөм егеттәр менән военкоматҡа саҡырғандар. Шулар араһынан тик ул ғына армияға алынған, ҡалғандар бөтәһе лә күҙ ауырыуы “трахома” арҡаһында хеҙмәттән азат ителгәндәр. Ауылға ҡайтып, хеҙмәткә китергә йөрөгәнендә ул, йәне көйөп: “Ягудин годен, остальные не годен”, - тип әйтеп ҡуйған. Был әйтем Ҡыпсаҡта әле булһа ла лаҡап булып йөрөй.
«С нуля»
Өр-яңы машина һатып алыусыға һәр саҡ “машинаһы с нуля” тип әйтәләр. Бер саҡ беҙҙең яҡтағы ауылдарҙың береһендә кәләш әйттерергә баралар. Улар уңышлы йөрөп ҡайтҡас, таныштары: “Йә, нисек йөрөп ҡайттығыҙ?” - тип һорашалар икән. Кейәүҙең туғандары бик ҡәнәғәт йөҙ менән: “Кәләш с нуля”, - тиҙәр икән. Ошо хәлдән һуң кейәүҙә булмаған, балаһы булмаған килендәргә “с нуля” тиҙәр.
Читайте нас: