Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
11 Март 2021, 15:35

Йәшлек хәтирәһе...

...1978 йылдың йөрәктәрҙе елкендергес, күңелдәрҙе осондорғос матур яҙы ине. Ҡарҙар ирей, һыу таша, тигән мәлдән һуңғараҡ, ирере иреп, ташыры ташып бөтөп барған саҡ. Мөхәммәт менән Таһир килделәр...

...1978 йылдың йөрәктәрҙе елкендергес, күңелдәрҙе осондорғос матур яҙы ине. Ҡарҙар ирей, һыу таша, тигән мәлдән һуңғараҡ, ирере иреп, ташыры ташып бөтөп барған саҡ. Мөхәммәт менән Таһир килделәр...
...Ғүмеремдең сағыу ҡояштай матур миҙгеле - йәшлегем район үҙәгендә үтте. 1977 йылдың октябрендә район гәзитенә эшкә саҡырылғайным. Мораҙым мәктәбенә уҡытыусы булып барғансы, йәғни 1987 йылдың сентябренә тиклем редакцияла төрлө вазифала эшләнем: фотограф та, хәбәрсе лә, бүлек мөдире лә булдым. Хатта печатник Барыев Ғаяз ағайҙы отпускаға ебәреп, өйрәнә һалып, ҙур “комбайын” - станокта гәзит тә баҫтым.

Шул хәтлем яраттым мин район үҙәген, кешеләрен. Шунлыҡтан әле лә аҙна эсендә бер-икене районға барып ҡайтмаһам эсем бошоп, толҡа тапмай башлайым. Таныштарымды, йәштәштәремде, иптәштәремде күргем килә. Аралашҡан дуҫ-иштәрем күп ине, үкенесле, хәҙер күбеһе юҡ инде. Бик татыу булдыҡ беҙ, ул заманға ярашлы, бөтәбеҙ ҙә эшле инек, эшкә йүгерешеп барҙыҡ, эштән һуңғы ваҡытыбыҙҙы ла күңелле һәм мәғәнәле үткәрергә тырыштыҡ. “Эскелек” тигән нәмәнең “э” хәрефен дә белмәнек.

Районға барғас мин тәүҙә Гөлнур апайымдарҙа йәшәнем. Үрҙә, Мәжит Ғафури урамында. Был урам егеттәре һәм ҡыҙҙары менән айырылмаҫ дуҫтар булдыҡ: кистәрен клубҡа киноға бергә барып ҡайтыр инек, аҙнаның ике көнлөк ялында Иҙел Ныязғолов ойошторған вокаль-инструменталь ансамбленең ҡыҙыу музыкаһы аҫтында шашынып бейенек. Түбәндән ҡайтҡас та әле үҙебеҙҙең тапҡырҙағы яратҡан күперебеҙҙә байтаҡ ваҡыт туҡталдыҡ: Алағуян йылғаһы тауышын бер заман дәртле гармун тауышы күмде, ҡыҙҙарыбыҙҙың моңло йыры урғылды... Күперҙе дер һелкетеп бейеп туйғас ҡына өйҙәргә таралыштыҡ.

1978 йылдың йөрәктәрҙе елкендергес, күңелдәрҙе осондорғос матур яҙы ине. Ҡарҙар ирей, һыу таша, тигән мәлдән һуңғараҡ, ирере иреп, ташыры ташып бөтөп барған саҡ. Мөхәммәт менән Таһир килделәр. Мөхәммәт: “Әйҙә, Мөнир, анауы ҡая таштары янында фотоға төшәйек, тик ул фото ябай булмаһын, уны: “Бөрйәндең егеттәре—бөркөт кеүектәре,”—тип атарһың, бөркөттәр булып төшәйек, тине.

(Мөхәммәт оҙонораҡ буйлы, мыҡты кәүҙәле, бөҙрә сәсле, мыйыҡлы, аҡыллы һәм тыйнаҡ егет ине. Үтә шаян, алсаҡ булды, көлә-көлә шуҡ хәбәрҙәр һөйләп, тормошон күңелле итергә тырышты. Йөрәге тапҡырын баҫып, һаулығы шәптән түгеллеген әйтеп алыр ине, ысынлап та, йәшләй вафат булып ҡуйҙы.) Ҡараштар менән булһа ла бөркөттәрҙе һынландыра алдыҡмы-юҡмы, ҡая таштарына баҫып һәм таянып фотоға төштөк. Минән ары Күҫәпҡолов Таһир, унан Шәмиғолов Мөхәммәт. Фотоаппаратты Рәүеф менән Хәниф ҡустыларыма тотторғайным, аҙыраҡ уңғараҡ алмағандар, Мөхәммәттең ҡулы - “бөркөт ҡанаты” тулы эләкмәгән, ул образға бик ихлас инеп киткән ине…

М. Ғафури урамынан матур хәтирә булып, тағы бер нисә фото һаҡланған. Бер заман боролошта йәшәгән Ғәлләмов Рәшит саҡыра: Әйҙә, Мөнир, сусҡа бәрәсен һуябыҙ, егеттәр йыйылды,” — ти. Шулай итеп Моталов Альберт (ул да йәшләй үлеп ҡалды), Мөхәммәт, мин, Рәшит(икенсе һүрәт) күршенең “проблемаһын” дәррәү генә хәл итеп ҡуйҙыҡ. Өсөнсө фотола “Үҙебеҙҙең күперҙә” һулдан-уңға: Мөхәммәт Шәмиғолов, Дамир Алтыншин, Альберт Моталов, мин һәм Дамир Ғәлин(мәрхүм).

Шаулы йәшлек осоро иҫкә төшә лә уйлап ҡуйыла: татыулыҡта-дуҫлыҡта, йәшәй белеп кенә, ҡайһылай матур үткәргәнбеҙ ғүмеребеҙҙең ҡыҫҡа ғына шул мәлен, тик, бына тигән ир арыҫландары—иптәш егеттәрҙе йәшләй юғалтыу ғына үкендерә, күңелде һағыш баҫа…
Читайте нас: