Беҙҙең Килдеғол ауылының социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә төрлө онлайн-саралар уҙғарылып тора. «Килдеғол ҡатын-ҡыҙҙары» төркөмөндә «Күрше хаҡы - тәңре хаҡы» тигән конкурс иғлан ителеү менән ауылымдың ҡатын-ҡыҙҙары дәррәү генә ҡушылды.
Бына нимә тип яҙалар улар:
«Беҙҙең ут күршеләребеҙ Сәғит һәм Айһылыу Билаловтар. Улар менән күрше булып йәшәгәнгә 33 йыл. Балалар ҙа, баҡсаларыбыҙҙа үҫкән алмағастар ҙа ярышып үҫтеләр. Хәҙер олатай, өләсәйҙәр булып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйәбеҙ», - тип шатлана Тәслимә Исҡужина.
«Борон-борондан ололар, күрше - тере йоҙаҡ, тип, күршене күҙ-ҡолаҡҡа тиңләгәндәр. Яҡшы күршең булһа, йоҙаҡ та кәрәкмәй. Ҡайҙа юлға сыҡһаң да донъяң ҡараулы», ти Фирҙәүес Ваһапова.
«Өй һалырҙан алда күршеңде һайла, тиҙәр. Был мәҡәл менән беҙ бик тә килешәбеҙ, ни генә тиһәң дә, күршеңдән дә яҡыныраҡ кеше юҡ бит ул.Туғаның менән көн дә күрешеп булмай, ниндәй йомошоң килеп сыҡһа ла, иң беренсе күршеңдең ишеген ҡағаһың. Һүҙем күршеләребеҙ Зөләйха апай менән Мөхәмәт ағай Сәфиуллиндар тураһында булыр. Ошо күркәм ғаилә менән беҙ 31 йылдан ашыу ут күрше булып ғүмер итәбеҙ», тип ҡыуанһа Дилара Исҡужина, Зөләйха Сәфиуллина иһә: «Уларҙа ла ут кеүек балалар,беҙҙә остоҡ-остоҡ ҡыҙҙар, малайҙар бер туғандар кеүек йәшәнек», ти.
Күршең менән дуҫ йәшә, ти халҡыбыҙ, ә Нәйлә Ғиләжева ошо мәҡәлде раҫлап, күршеләрен ыуыҙ ҡоймағына саҡырырға өлгөргән. «Аллаға шөкөр, күршеләребеҙ шәп беҙҙең, бына тигән, «һайт» тигәнгә «тайт» тиергә генә торалар. Эштәребеҙ ҙә, аштарыбыҙ ҙа, ҡыуаныс–шатлыҡтарыбыҙ ҙа бергә. Ҡырға китһәк, бер-беребеҙҙең донъябыҙҙы ҡарашып, малыбыҙҙы теүәлләп, балаларға күҙ ҡолаҡ булып торабыҙ», тип маҡтау һүҙҙәре лә теҙгән.
«Күршең үҙеңдән яҡшыраҡ булһын, тиҙәр бит. Беҙҙең күршеләр, әлбиттә, яҡшыраҡ, сөнки улар апайым Зөлфирә һәм еҙнәм Айҙар Билаловтар. Күршеләребеҙ менән иңгә-иң терәшеп инде 27 йыл йәшәйбеҙ», - тип ҡыуана Гөлзирә Әйүпова. «Минең дә күршем үҙемдең ҡарындашым булыр тип ике ятып бер төшөмә инмәй ине», - ти Зөлфирә Билалова.
Нурзилә Усманова ла: «Уң яҡ күршеләребеҙ Илһам ағай һәм Йәмилә еңгәй Яхиндар. Күршеләребеҙҙең ике туған булыуы бигерәк уңайлы», тигән. Тағы бер күршеһе, мәрхүмә Роза инәй Ваһапованы ла тик яҡшы яҡтан телгә алған.
Хәсибә Вәлиева: «Донъяһын сынъяһау итеп көтә, тышта эш эшләүҙе лә хуп күрә, бысҡы тотоп таҡта, утынын да быса. Уның кеүеккә барым булмағас, хайран ҡалам. Йәйен баҡса үҫтерә, сәсмәгән нәмәһе ҡалмай», - ти 34 йыл күрше йәшәгән Рәсимә Зарипова тураһында.
Күрше һүҙе төрөк теленән килеп сыҡҡан. Күр, кер, ҡыр тигән һүҙҙәр менән тамырҙаш, йәғни, күршеңде күр, уға кер, ул һинең яныңда, эргәңдә тигәнде аңлата. Күршеләребеҙҙең ҡәҙерҙәрен белеп, уларға иҫәнлек-һаулыҡ балаларының игелекле, изгелекле булыуын теләп, хәлдәрен белешеп, аралашып йәшәйек.