Үткән 2020 йылда беҙҙең ойошманың пенсионерҙары Зифа һәм Мөхәмәт Манаповтар бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләнеләр.
Манаповтарҙың ҡурсау-лыҡтағы хеҙмәт юлы 1986 йылда – “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығынан айырылып, үҙаллы ойошмаға әүерелгән йылда башлана. Уға тиклем улар район үҙәгендә йәшәйҙәр, ғаилә башлығы финанс идаралығында баш бухгалтер була, ҡатыны аэропортта эшләй. Ҡурсаулыҡтың тәүге директоры Марсель Рәхимйән улы Абдуллиндың саҡырыуы буйынса күп балалы ғаилә Ғәҙелгәрәй ауылына күсеп килә. Мөхәмәт Әхмәт улын ҡурсаулыҡҡа баш бухгалтер итеп тәғәйенләйҙәр.
Тормош иптәше Зифа Дәүләтбай ҡыҙы метеостанцияға лаборант булып эшкә урынлаша. Ҡурсаулыҡ тарихында уларҙың хеҙмәт юлы шулай башлана. Йылдар үтһә лә, Манаповтар үҙҙәренең эшенә тоғро ҡалып, хаҡлы ялға сыҡҡансы бер ойошмала эшләйҙәр. Оло йәштәге коллегалар уларҙы яғымлы, кешегә иғтибарлы хеҙмәткәрҙәр ине тип иҫкә ала.
Мөхәмәт Әхмәт улы – ҡомарлы балыҡсы, китап һәм кроссворд сире йоҡҡан хирес кеше. Зифа Дәүләтбай ҡыҙы матурлыҡҡа ғашиҡ – тәҙрә төптәрендә йыл әйләнәһенә гөлдәре шаулап сәскә ата. Улар үҙ балаларына матур тәрбиә биргәндәр. Ата-әсәләренә оҡшап, улар ҙа эшһөйәр, тормошҡа ғашиҡ кешеләр.
Оло ҡыҙҙары Гөлназ, ысынлап та, көслө рухлы кеше. Тап шундайҙар медицина юлын һайлап, көнөн-төнөн кешеләргә тәүге ярҙам ҡулын һуҙалар. Бына күп йылдар инде ул ауылда социаль медицина хеҙмәткәре булып эшләй. Ололарға, уколдарҙан бигерәк, уның иғтибары һәм хәстәре нығыраҡ ярҙам итә, шикелле. Әсәһе кеүек яғымлы һәм ипле Гөлназ Мөхәмәт ҡыҙы күптән инде ауылдаштарының ихтирамын ҡаҙанған. Шул уҡ ваҡытта ул – алты бала әсәһе, 2012 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Кесе ҡыҙҙары Гөлнара йырлай, матур итеп һүрәт төшөрә, ауыл кимәлендәге төрлө сараларҙы оҫта ойоштороусы. Кәүҙәгә йәтеш кенә булһа ла, йөрәге ҙур уның: үҙ балаһы янында дүрт йәтимгә урын табып, уларҙы үҫтереп ятҡан көнө. Тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, йылмайып-көлөп йәшәй.
Улдары Алмазға йәшләй тормош мәктәбен үтергә тура килә. Армия сафтарына саҡырылған егет һалдат хеҙмәтен тәүҙә Ингушетияла, аҙаҡ Чечен Республикаһында үтә. Алмаз Мөхәмәт улы хеҙмәт иткән 503-сө полк Бомут, Урус-Мартан, Ачхой-Мартан, Ханкала ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Аргун тарлауығындағы ҡаты һуғыштарҙы үтә. “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы коллективы ихлас күңелдән Манаповтар ғаиләһен алтын туйҙары менән ҡотлай.