Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
13 Февраль 2021, 11:00

ТОРМОШ ҮҘЕ ОЖМАХ ҺЫМАҠ...

Үҙемдең генә йөрәгемә һыймаған йәнә бер шатлығым менән уртаҡлашмаҡсымын. Хәйер, быға күптәр шатланғандыр инде.

Үҙемдең генә йөрәгемә һыймаған йәнә бер шатлығым менән уртаҡлашмаҡсымын. Хәйер, быға күптәр шатланғандыр инде.
Һүҙем “Урал” физкультура-сәләмәтләндереү комплексы тураһында. Был комплекс асылыуға айырыуса балалар шатланғандыр, сөнки бына тигән бассейны бар бит. Ә ундағы душ минең кеүек мунсаһы-душы булмаған кешеләр өсөн оло ҡыуаныс.

Район үҙәгендә дөйөм мунса ябылғас, минең кеүек ҡатлы йорттағы фатирҙарҙа йәшәүселәр өсөн ҡыйынлыҡ тыуғайны. Әлбиттә, күптәрҙең туғандары, таныштары бар. Мин дә шулай быға тиклем әхирәттәремә йөрөнөм. Ләкин бынау мәкерле сир күп ҡапҡаларҙы, ишектәрҙе яптырҙы. Берәү ҙә, башҡа мунсаға килмә, тип тә әйтмәй, ләкин өҫтәге етәкселек индергән режимды үтәргә, өйҙән сыҡмаҫҡа тейеш булдыҡ бит. Ошоға тиклем мунса төшөрөп торған кешеләргә рәхмәтем бик ҙур.

“Урал” ФОК-ына ла барлыҡ һаҡланыу сараларын үтәп инәм: бирсәткә, битлек һ.б. Был йылы, яҡты, таҙа бинала эшләгән хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре лә асыҡ йөҙ менән йылы ҡаршы алып торалар. Бинаның эсе лә, тышы ла матур, үҙенә саҡырып тора. Эскә үтеү өсөн тапочкаға тиклем бирәләр.

Душында рәхәтләнеп ҡойоноп-йыуынып, унда эшләгәндәрҙең иғтибарлы булыуына ҡыуанып, бинаның матурлығына, ҙурлығына һоҡланып ҡайтам гел генә.
Халыҡҡа ошондай ҡыуаныстар бүләк иткән етәкселеккә, ФОК-та эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.

Алла бирһә, теге “ҡара вирус”ты ла еңербеҙ. Бары тик берҙәмлек, бер-беребеҙгә шулай иғтибарлы, ихтирамлы булыу кәрәк. Тәнем генә таҙарып сыҡмай минең ул бинанан, йәнем дә ял алып, ҡыуанып ҡайтам. Тормошобоҙҙа шундай ҡыуаныстар күберәк булһын! Беҙгә, һуғыш ауырлыҡтарын, аслыҡ-яланғаслыҡтарын күргән быуынға, бөгөнгө тормош үҙе ожмах һымаҡ. Ошо тормоштоң ҡәҙерҙәрен белеп кенә йәшәгеҙ, йәштәр.
Читайте нас: