Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
12 Февраль 2021, 17:00

“Еңгә, был айыу булып сыҡты ла баһа...”

...Беҙҙән 100 метрҙар тирәһендә ҙур һор айыу кеше һымаҡ оҙон булып баҫып тормаһынмы! Күреү менән тән ҡалтырап китте. Ә беҙ һаман тегегә, ул беҙгә ҡарап торабыҙ. Тән китте ҡалтырап, баштан уйҙар үтә меңәрләп. Ҡалайтырға?

...Беҙҙән 100 метрҙар тирәһендә ҙур һор айыу кеше һымаҡ оҙон булып баҫып тормаһынмы! Күреү менән тән ҡалтырап китте. Ә беҙ һаман тегегә, ул беҙгә ҡарап торабыҙ. Тән китте ҡалтырап, баштан уйҙар үтә меңәрләп. Ҡалайтырға?
Ҡыҙыу бесән мәле. Бесән йыябыҙ. Кипкән бесәнде һис тә икенсе көнгә ҡалдырғы килмәй. Мин, иптәшем һәм бикәсем киске 9-ға тиклем байтаҡ йыйып күбәләнек.
Өйгә лә ҡайтырға ла кәрәк бит әле. Ауылға 10 километрҙай бар. Ат егеп килгәйнек бесәнгә. Ҡыуышыбыҙ ҙа бар, унда ҡуна ҡалырға ла мөмкинлектәр тыуҙырылған. Бесәнде күбеһенсә ҡуна ятып эшләй торғайныҡ.

Иптәшем беҙгә:
- Ҡыҙҙар, бөгөн йәйәү генә ҡайтығыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Арбамдың тәгәрмәсе насар. Мин шуны йүнәтермен, шуға бында ҡалам, һеҙ барығыҙ тиҙерәк оло юлға сыға һалығыҙ, - тимәһенме.

Беҙ риза булдыҡ инде, йәйәү йөрөмәгән башмы. Иптәшем арбала тәмәке тартып ултырған көйө беҙҙе оҙатып ҡалды. Оло юлға 3 километрҙай бар. Колхоз делянкаһы (сабынлыҡ, туғай) аша сығыр кәрәк. Ҡояш һәптеюҡ төшөп киткән.Беҙҙең юл оло юлға перпендикуляр килеп ҡушыла. Күп тә ҡалмаған ине инде оло юлға. Әмәлгә ҡалғандай, бер техника тауышы ла ишетелмәй, тирә-яҡ тынып ҡалған. Тирә -йүнгә күҙ һала-һала Гөлшат менән гәпләшеп киләбеҙ.
Бер ваҡыт Гөлшат шып туҡтаны, нимәлер әйтә.

Мин:
- Нимә тейең ул, - тейем.
- Еңгә, был айыу булып сыҡты ла баһа, - тей.
Мин:
- Ниндәй айыу, ҡайҙа, - тип тирә яҡты ҡарай башланым.
- Ана, кәбән төбөндә тора.
Кәбән яғына ҡараһам - мә, һиңә!

Беҙҙән 100 метрҙар тирәһендә ҙур һор айыу кеше һымаҡ оҙон булып баҫып тормаһынмы! Күреү менән тән ҡалтырап китте. Ә беҙ һаман тегегә, ул беҙгә ҡарап торабыҙ. Тән китте ҡалтырап, баштан уйҙар үтә меңәрләп. Ҡалайтырға?
Ҡарашып тора торғас, теге айыу дүрт аяғына баҫты ла оло юл ҡырлап үҫкән урманға бүлкеп сабып инеп китте. Беҙ һаман торабыҙ. Беҙгә лә шул урман ҡырлап барырға кәрәк. Юл бикләнде. Алда - айыу, артта - ялан.

Мин Гөлшаттан:
-Нисек аңғарып ҡалдың? - тип һорағас, ул:
-Кәбән эргәһендә ул эт ни эшләп йөрөй икән, тип әллә күпме ҡарап килдем. Айыу булып сыҡты бит,- ти.

Кире ҡыуышҡа китергә булдыҡ. Мин Гөлшатҡа:
- Әйҙә, урманға инәйек, - тейем, артҡа сигенеп. Йәнәһе лә, ағасҡа менеп ҡасып була, тип уйлаған булам.
- Юҡ, яландың уртаһынан барайыҡ, - ти ул.

Ҡурҡыуҙан тән тыңламай. Аяҡ ҡатаны тотмай, ҡата ята ла ҡала, ята ла ҡала. Ахыры тегеләрҙе ҡулға тотоп алдым. Артҡа ҡарарға ҡурҡыта. Беҙ ней айыуға ус төбөндәгеләй күренеп китеп барабыҙ инде. Арттан ҡыуып еткәнен көтә -көтә ҡалтырашып атлаған булабыҙ. Артҡа ҡарайбыҙ. Күренмәй. Юлдан алыҫбыҙ. Ялан уртаһында икәүбеҙ генә. Аҡыллы, мәрхәмәтле айыу булып сыҡты был.

Кире барып еттек ҡыуышҡа.
-Ни булды тағы? - тип иптәшем аптырап китте.
- Айыуға осраныҡ. Юлға арҡыры сыҡты. Ҡурҡтыҡ ,- тибеҙ.
- Алдамағыҙ. Йәйәү ҡайтҡығыҙ килмәй, кире боролдоғоҙ инде, - ти, күҙ ҙә йоммай.
- Эйе, айыу һынлы айыуға осрап, алдап тормайбыҙ инде ул, - тип ышандырҙыҡ бит тегене.

Эшкинмәгән тәгәрмәс тә эшкинеп китте. Айыу осраған юлдан ҡайтмай, икенсе, аҫтағы юлдан ҡайтырға сыҡтыҡ. Ә күҙ алдында айыу һыны байтаҡ торҙо әле.
3-4 көн үткәс, мин тағы ла айыуға осраған ерҙә трактор арбаһынан төшөп, ҡуна ятып эшләгән иптәшем янына ашыҡтым. Тиҙ генә тирә- яҡҡа күҙ йүгерттем дә нимә булһа ла булыр , тип алға атланым.
Читайте нас: