Беҙ бер көндө Рәсүл исемле иптәш малай менән муйыл ашарға тип шул Талашты йылғаһына киттек. Икебеҙгә бер велосипед, иптәшемде багажникка ултыртып алғанмын.
Әйтеп үтеүемсә, Темәс ауылын өс йылға киҫеп үтә: Һаҡмар, Шырҙы, Талашты. Өсөһө лә ауыл аҫтында ҡушыла ла, көс йыйып, Һаҡмар йылғаһы Урал итәгенән башлана. Шырҙы ла шул тирәнән юл ала. Ә Талашты йылғаһы инде юлын ҡалын урмандарҙан башлай. Ярҙарын ҡуйы әрәмәлектәр ҡаплап алған. Шуға йылғаның һыуы ла таҙа.
Беҙ бер көндө Рәсүл исемле иптәш малай менән муйыл ашарға тип шул Талашты йылғаһына киттек. Икебеҙгә бер велосипед, иптәшемде багажникка ултыртып алғанмын. Ҡалҡыулыҡтарға, тауҙарға менгәндә этеп, тигеҙлектәрҙә ишеп, тау аҫтында эйеп, муйыллыҡҡа килеп еттек. Талашты йылғаһын кисеп сыҡтыҡ та, әрәмәгә инеп киттек.
Велосипедты ла үҙем менән алғанмын. Әрәмә араһында ҡапыл бер ҡарасҡы күренеп ҡалды. Ипләберәк ҡараһам, әллә ни ҙур булмаған айыу, ағасты эйелткән дә, бар донъяһын онотоп, муйыл ашай. Башта ни эшләргә белмәй ҡатып ҡалдым. Унан, аңым килеп: «Айыу!» - тип ҡысҡырҙым да боролоп килгән юлдан кире һыпырттым. Арттан килгән дуҫым айыуҙы күрмәгәйне, шуға, минең боролоп килеүемде күргәс, аптырап ҡалды. Велосипедты этеп, эргәһенән йән фарман үтеп киткәс тә, ышанмайыраҡ урынында тора бирҙе. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, әллә айыуҙы күреп ҡалды, әллә йән фарман ҡасыуым тәьҫир итте, ул да миңә эйәрҙе. Ҡушылды ғына түгел, йөкһөҙ булғас, мине уҙып, әллә ҡайҙа ҡалдырып, сабып сығып китте. Иптәшемдән күпкә артта ҡалһам да, әсәйемә мыжып, саҡ-саҡ алдырған велосипедты һелтәп китеү башыма ла инеп сыҡманы. Ни күрһәм дә күрермен, тип велосипедты бар көскә этеп йүгерәм. Көн эҫе булғанға күрә, пинжәгемде велосипедтың руленә элгәйнем. Йүгереп бара торғас, шыуып төшөп, алғы тәгәрмәскә уралды ла торҙо. Велосипед туҡтаны. Пинжәкте тәгәрмәстән тартып алырға маташам, килеп сыҡмай. Ни эшләргә? Оҙаҡ уйлап тормай, тимер атымды яурынға һалдым да, юлымды дауам иттем.
Ышанаһығыҙмы, юҡмы – йылғаны йән-фарман йүгереп сыҡҡанда сепрәк кедаға ла, салбар балағына ла һыу эләкмәгәйне. Тиҙлек шундай шәп булдымы икән, әллә?..
Ах та ух килеп, велосипедты күтәреп, юлға килеп сыҡтым. Иптәшем ары һыпыртҡан икән, тиһәм, күҙҙәрен серт-серт йомоп, юлда мине көтөп тора. Ташлап китеүенә ныҡ йәнем көйһә лә, велосипед багажнигына ултырырға әмер бирҙем. Хайран ҡалырлыҡ хәл: ҡалҡыулыҡтарҙы, тауҙарҙы велосипедтан төшмәй генә менәбеҙ ҙә китәбеҙ. Ҡурҡыу тойғоһо шул тиклем көслө була икән. Сәғәттәр буйы килгән юлыбыҙҙы «һә» тигәнсе үтеп, ах та ух итеп ауылға килеп индек. Шунда ғына артыбыҙға ҡарарға батырсылыҡ иттек. Ә артта айыу юҡ ине.