Балтаһыҙ һәм бысҡыһыҙ ағас йығып һәм торлаҡ төҙөп буламы? Кемдең ышаныслы эш ҡоралы һәр саҡ үҙе менән?
Был оҫтаны күреү бәхете һирәк эләгә. Ә бына уның эшмәкәрлек эҙҙәрен “Башҡортостан” милли паркында күп ерҙә осратырға мөмкин.
Һеҙ дөрөҫ аңланығыҙ, һүҙем ҡондоҙҙар хаҡында. Бер көн эсендә был кимереүсе диаметры 40 сантиметр булған ҙур бер ағасты йыға ала. Бына һиңә урман ҡырҡыусы! Бер үҙҙәренә генә төҙөнөү ауырға тура килә, хатта мөмкин түгел, шуға күрә ҡондоҙҙар ҙур ғаилә булып бергә йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр. Уртаса бер ғаилә ҡышҡылыҡҡа 60-70 кубометр ағас әҙерләй. Бәләкәй төҙөүселәр эшкәртелгән бүрәнәләрҙән бер нисә тиҫтә метр оҙонлоғондағы мөһабәт быуалар төҙөйҙәр. Үәт, шулай дуҫ һәм ойошҡанлыҡ менән эшләргә өйрәнергә ине уларҙан!
Ҡондоҙҙар өсөн иң яҡшы урындар – ярҙары ағаслыҡ менән ҡапланған ҙур булмаған таҙа йылғалар. Беҙҙең Ырғыҙлы йылғаһының ярҙарында тоташ тирәк, ерек һәм муйыл әрәмәлектәре. Унда ҡондоҙҙар йөрөй. Күптән түгел мин уларҙы күреп ҡалып, уларҙың эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен – ҡолаған ағастарҙы, төҙөлгән быуаларҙы фотоға төшөрөп алдым.
Әйткәндәй, ҡондоҙҙар – шәп йөҙөүселәр. Улар һыу аҫтында тындарын бик оҙаҡҡа, 12-15 минутҡа тотоп тора алалар, шул уҡ ваҡытта күҙҙәрен йомған килеш тә йөҙә алалар. Эш шунда: уларҙың күҙ ҡабаҡтары үтә күренмәле, шуға күрә йомолған ваҡытта ла күрә алалар. Ҡондоҙҙарҙың оялары ҡоро ярҙа, ә инеү урыны - һыу эсенән. Ҡойроҡтары йөҙөү өсөн генә түгел, улар ҡоро ерҙә унда балаларын да ултыртып йөрөтәләр.
Ҡондоҙҙарҙың тиреләре йылы һәм ныҡ. Шуға күрә лә ул Рәсәйҙә ныҡ ҡыйбат баһаланған. Аптырарға түгел, тире артынан ҡыуып, һунарсылар ҡондоҙҙарҙы аяуһыҙ юҡ иткәндәр.
Мәҫәлән, 18-се быуатта тире өсөн баҙар хаҡтары:
һыуһар – 40 тин; төлкө – 75 тин; ҡондоҙ - 1 һум 50 тин!
Үҙегеҙ күрәһегеҙ, ҡондоҙ тиреһе Башҡортостанда ҡиммәткә баһаланған. Әйткәндәй, 1 батман солоҡ балы 18-се быуатта 1 һум торған...
Ә һеҙ ҡондоҙҙар тормошонан ниндәй ҡыҙыҡлы факттар беләһегеҙ?
Бәлки, гәзит уҡыусылар менән бүлешерһегеҙ...