Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
9 Декабрь 2020, 12:00

“Фурҡан” гәзите сыға башлаясаҡ

Гәзит айына бер тапҡыр сығарыласаҡ. Әгәр ҙә халыҡ үҙ итһә, гәзит биттәрен арттырыу йәки айына ике тапҡыр сығарыу күҙ уңында тотола.

Гәзит айына бер тапҡыр сығарыласаҡ. Әгәр ҙә халыҡ үҙ итһә, гәзит биттәрен арттырыу йәки айына ике тапҡыр сығарыу күҙ уңында тотола.
Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәракәтүһ, хөрмәтле йәмәғәт.

Һәммәбеҙгә лә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәттәре һәм бәрәкәттәре булһын. Хөрмәтле райондаштар, иҫләйһегеҙҙер, бер нисә йыл элек “Фурҡан” тигән дини гәзит сыға торғайны. Шул гәзитте сығарыуҙы дауам итергә булдыҡ. Был гәзиттә дини мәҡәләләр, шәриғәт закондары, доғалар, аҡыда һәм башҡа мәғлүмәттәр биреләсәк. Гәзит айына бер тапҡыр сығарыласаҡ. Әгәр ҙә халыҡ үҙ итһә, гәзит биттәрен арттырыу йәки айына ике тапҡыр сығарыу күҙ уңында тотола. Был гәзитте сығарыуыбыҙҙың маҡсаты шул: халҡыбыҙ дингә килһен, үҙ асылына ҡайтһын, Аллаһ Тәғәләнән килгән хаҡ динде – исламды өйрәнеп, мосолмандарҙан булһын. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә: “Диндә көсләү юҡ. Тура юл аҙашыуҙан асыҡ айырылды, һындарға (поттарға, идолдарға) табынмайынса, Аллаһ Тәғәләгә иман килтергән кеше, ысынлап та, һис емерелмәҫ ышаныслы терәккә тотондо. Аллаһ Тәғәлә – ишетеүсе, күреүсе”. (“Әл – Бәҡара” сүрәһе 256- сы аят).

Эйе, диндә көсләү юҡ. Беҙ ошо “Фурҡан” гәзите аша һеҙгә динебеҙ тураһында мәғлүмәттәр еткерегә теләйбеҙ. “Фурҡан” һүҙе лә ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә “айырыу” (хаҡты ялғандан) тигәнде аңлата. Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, Аллаһ Тәғәләнең ебенә тотонайыҡ. Кешеләрҙе Аллаһ Тәғәлә үҙҙәренә файҙа бирерлек нәмәләргә генә саҡыра, зыяны булырҙай эштәрҙән баш тартыу хәйерлерәк, ти, уларҙан тыя. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә: “Хаҡлыҡ Раббыңдан килә. Аллаһтан булған бөтә нәмә – хаҡ. Шуға ла бойороуҙарға икеләнеп ҡараусы кешеләрҙән булма” (“Әл – Бәҡара” сүрәһе 147-се аят). Кешеләрҙе дин кеше булып йәшәргә өйрәтә. Ни өсөн был донъяға килеүебеҙҙе, ни өсөн йәшәүебеҙҙе аңларға мөмкинселек бирә. “Эй, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм! Әйт, - ти Ул. – Аллаһ хөкөмдәрен ирештереп, Ислам динен аңлатҡаным, һеҙҙе мосолмандар итергә тырышҡаным өсөн мин һеҙҙән донъя малы һорамайым, миңә яҡын дуҫ, теләктәш, ҡәрҙәш булыуығыҙҙы ғына теләйем. Берәү Аллаһ ризалығы өсөн тип яҡшылыҡты кәсеп итһә, уның яҡшылығына Мин яҡшыраҡты ишәйтеп, әжер-сауаптарҙы ла икеләтә арттырып бирермен!” (“Әш-Шура”сүрәһе 23-сө аят).
Читайте нас в