Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
8 Декабрь 2020, 16:00

Һаҡланыу яғы хөртөрәк

Континенталь хоккей лигаһында уйындар башланыуға дүртенсе ай китте һәм 34 уйын уйналды. Миҙгел, былтырғыһы менән сағыштырғанда, бер тигеҙ кимәлдә бара.

Континенталь хоккей лигаһында уйындар башланыуға дүртенсе ай китте һәм 34 уйын уйналды. Миҙгел, былтырғыһы менән сағыштырғанда, бер тигеҙ кимәлдә бара.
Былтыр 34 уйында команда 81 шайба индерһә, үҙе 77 шайба үткәргән булһа, быйыл - 100 шайба. Ҡапҡаға һуғып индереп, 91 шайба үҙебеҙ алғанбыҙ. Йыйған мәрәйҙәр былтыр 40 булһа, быйыл - 43. Был һандар команданың былтырғынан яҡшыраҡ уйнауын аңлатмай. Барлыҡ һуҡҡан шайбаларҙың 44-ен дүрт сит ил уйынсыһы индергән, ә беҙҙең илдең егерменән күберәк уйынсылары өлөшөндә 56 шайба. Команда шул беренсе звено елкәһендә йәшәп килә.

Клубта бөгөн иң оҙаҡ уйнаған фин һөжүмсеһе Хартикайнен беҙгә 2013 йылдың йәйендә килгәйне, 8-се миҙгел беҙҙә уйнай. 2019 йылда ул Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Беҙҙең хоккей клубы 1961 йылда ойошторолған. 59 йыл эсендә уға тиңләшерлек уйынсы булғаны юҡ. Ул беҙҙән китмәҫ элек ошо үтеп киткән 7 йыл эсендә бер мәртәбә булһа ла Гагарин кубогын яуларға тейеш инек. Әммә хәҙер бына 9 йыл инде етәкселәр йүнле команда туплай алмай, йылда ла команда башҡа клубтар алмаған уйынсылар менән тулылана килә. Әле шул Хартикайнен уйнаған беренсе звено менән генә көн күрә. Быйыл ошо күренеш бигерәк тә асыҡ күренә.

Ҡайһы саҡ улар ҙа уйнай алмай китә, хоккейҙа ундай хәлдәр булғылай. Быйыл беҙгә килгән 11 уйынсының өсәүһе генә - Гранлунд, Алексеев, Науменковтар ғына яҡшы уйнай, ә һуңғыһы яңы килде. Йүнле уйынсы түгел икәне билдәле булған Воробьевты алдылар. Коробовты былтыр тренерҙары бракка сығарғайны – уны алдылар. Йәше үтеп барған, хоккей карьераһын тамамларға йыйынған «Металлург» уйынсыһы Бирюков беҙгә килде.

Былтыр иң яҡшы уйын күрһәткән һаҡсы Сергеевты Мясищев тигән һаҡсы егеткә алмаштырып алдылар. Мясищевтың кимәле бик түбән, әле ул беҙҙә бер генә уйын да уйнағаны юҡ. Тимәк, алмашыуҙың хаҡы сыҡманы. Бер нисә йыл инде элекке баш тренер Цулыгин үҙе менән элек бергә уйнаған Семенов тигән һаҡсыны беҙҙән ебәрмәй тота, уны бер клуб та алмағайны. Семенов матчта ҡатнаша икән, күп хоккей көйәрмәндәре ул уйында «Салауат Юлаев» өсөн “ауырымайҙар” ҙа.

Беҙҙең тағы ла Коледов тигән һаҡсыбыҙ бар, унан «Локомотив» баш тартҡас, беҙ алғайныҡ. Ул насар уйынсы түгел, әммә ҡайһы саҡ ҙур хаталар ебәрә – ике мәртәбә үҙебеҙҙең ҡапҡаға гол индерҙе, үҙебеҙҙең ҡапҡа төбөндә дәғүәсегә гол индерерлек пас биргеләй. Йәш егеттәр Родион Амиров менән Шәкир Мөхәмәҙуллинды үтә маҡтаһалар ҙа, ҙур хаталар менән уйнайҙар.
Һөжүмселәр Гиматов менән Картаев та һөҙөмтәһеҙ уйнайҙар. Фин тренеры Томи Ламса Сошниковты алмаштырып алды, дөрөҫөрәге, ул үҙе теләне, сөнки уға яҡшы итеп уйнарлыҡ партнер таба алманылар. Былтыр ул яҡшы уйнағайны. Уның урынына яҡшы уйнай алырҙай Науменковты алдылар.

Бөгөн клуб яҡшы ғына уйнап китте, тиһәң дә була, әммә «Салауат Юлаев» һис ҡасан да тотороҡло уйнамай. Әҙселектә уйнауҙа беҙ КХЛ-да иң һуңғы урындабыҙ - ҡапҡаға үтә яҡын һырынабыҙ ҙа беҙгә гол керетәләр. Күпселектә уйнағанда ла уйын күберәген беҙҙең ҡапҡа яғында үтә, хатта беҙҙең ҡапҡа яғында ошо саҡта шайбаны уйынға индереү алышы үткеләй, унда ла дәғүәсе һәр ваҡыт ота. Был үтә мөһим, сөнки ул саҡта беҙҙең ҡапҡаға гол инеү ҡурҡынысы бермә-бер арта. Алты матчта 2:0 иҫәбе менән ота килеп, ахыр сиктә еңелеп ҡуйҙыҡ, сөнки һаҡланыу ноль иҫәбендә.

Ниндәй һығымта яһарға була: ҡапҡасы Метсола элекке кеүек уйнай алмай. Ә иптәше Тарасов уйнап китте кеүек, әммә тәжрибәһе етеңкерәмәй. Плей-оффта Метсола элекке кеүек команданы һөйрәй алмауы мөмкин. Беҙгә плей-оффта һис юғы Көнсығыш финалына етер кәрәк, бының өсөн тағы ла ике һөҙөмтәле уйнаған һөжүмсе, шулай уҡ бер һаҡсы кәрәк буласаҡ. Сөнки Алексеевтың беҙҙән китеүе бар, уның хужалары - КХЛ клубы.

Перспективала беҙҙең өлкән тренер урынына, минеңсә, бөгөн иң ҡулай кеше Виктор Козлов. Нимәгә беҙгә фин белгесе? Бөгөнгө уйын барыштарына ҡараһаҡ, беҙ плей-оффтың беренсе раундында уҡ төшөп ҡаласаҡбыҙ.

Бөгөн “Салауат Юлаев”тың иң ҙур дошмандары булып клубтың генераль директоры Курносов һәм спорт директоры Чижов иҫәпләнә. Ошо икәү 2018 йылдың декабрендә беҙҙән һөжүмселәр Основинды, Кувардинды, һаҡсы Ляховты “Аҡ барс” клубынан барлығы бер һөжүмсе Бурмистровҡа алыштырып алдылар. Бурмистров ике миҙгел уйнағас, беҙҙән кире “Аҡ барс”ҡа китте.

Беҙҙән киткән өс уйынсы ла, Бурмистров та юҡ. Ҡайҙа улар?
2019 йылдың йәйендә беҙҙә уйнаған Ткачев ЦСКА-ға кәрәк булды һәм улар Сашниковты беҙгә биреп, Ткачевты алдылар. Яңыраҡ ҡына ошо Сашников кире ЦСКА-ға ҡасты. Хәҙер беҙҙә Сашников та, Ткачев та юҡ.

Ә инде Сашников урынына беҙгә Науменков тигән һаҡсы килде. Алдағы йәй Науменков ЦСКА-ға кире китһә, беҙ тағы ла тишек ялғашта ҡаласаҡбыҙ. Ә инде беҙҙең клуб етәкселеге бер кемгә лә кәрәкмәгән Семенов, Коробов, Бирюков кеүек уйынсыларҙы алырға ғына шәптәр.

Әгәр республика етәкселәре етәкселектән Курносовты, Чижовты, тренерҙар Цулыгинды, Ламсаны алмаһалар, беҙҙең «Салауат Юлаев»ҡа ҡояш бер ҡасан да йылмаймаясаҡ.
Читайте нас: