Бөрйән районы Яңы Монасип ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары
(Үткән быуаттың 90-сы йылдарында ололарҙан яҙып алдым)
Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан Яңы Монасип ауылын ситтән килгәндәр: «Соҡор эсендә ултырған кеүек», - тип әйтәләр. Сөнки ауылды тирә-яҡтан матур текә тауҙар уратып алған.
Көньяҡтан, Иҫке Монасип ауылының Кепес тип аталған яғынан башланып, үргә ҡарай бейегәйә барған тау һыртын Һиңгергиҙә тип йөрөтәләр.
Ағиҙел йылғаһының һыуҙары ошо тауға килеп һуғылып, көнсығышҡа ҡарай ҡырҡа ғына боролош яһаған урында,
Иҙелдән бер-бер артлы бейегәйә барыу тәртибендә өҫкә ҡарай туғыҙ осло ғына ҡая теҙелеп китә. Тап ошо ҡаяларҙа үткән быуаттың 90-сы йылдарына тиклем Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән кәкүк ҡатаһы (венерин башмачок) сәскәһе үҫә торғайны.
Ошо ҡаяларҙан һуң текә Ҡоръятмаҫ тигән ер килә. Атама «Ҡоро ятмаҫ» һүҙенән алынған. Ҡояш нурҙары төшмәгән был текә генә тау бите йәй көндәре лә дымлы, еүеш була. Боронғолар: «Ҡоръятмаҫта ҡар иреп бөтмәйенсә, урман ҡары бөтмәҫ», - тип әйтә торғайнылар.
Артабан - Һабансы тауы. Әүәле ошо тау башында ятҡан Суҡтал (был яланда тал ағастары күп булған), Ҡаҡсыр (ҡаҡсыр - тары көлтәһен һөйәп ҡуйып киптерә торған ағастан эшләнгән ҡулайлама) тигән яландарҙа тары сәскәндәр. Тау башына менгән юл ныҡ текә генә.
Һабансынан юл ашаһына төнъяҡта ғорур Ослотау тора. Тауҙың башы ослайып торғанға әйтелгән.
Унан - мөһабәт Ҡаратау. Тауҙың ташлы итәге ауылға ҡарайып күренә. Әйткәндәй, бындай исемле тауҙар Башҡортостанда байтаҡ ҡына.Ҡара төҫ башҡорттарҙың яратҡан төҫө булған. Әүәле Ҡаратау итәгенән ҡыялатып, Күс юлы тип аталған юл үткән. Ошо юлдан йәйләүгә күскәндәр.
Ауылға төшкән юл ашаһында - гүзәл Сусаҡтау.
«Сусаҡ» һүҙе осло түбәле тау, йәки нимәнеңдер ослайып торған урыны мәғәнәһендә. Сусаҡтау Ағиҙелдең текә генә Ҡыҙылъяр тип аталған ярына килеп тоташа. Был ярҙың балсығы ҡыҙыл төҫтә. Сусаҡтау менән Ҡаратау араһындағы уйҙан әүәле йылға ла аҡҡан, матур әрәмәһе булған. Был уйҙы Кейәүҙәр уйы йәки Кейәүҙәр үҙәге тигәндәр. Егеттәр ауылдан кәләш әйттерергә килһәләр, кис еткәнсе ошо үҙәктә ултырып торғандар. Сәбәбе нимәлә булғандыр, ололар аныҡ ҡына аңлата алманылар.
Ошо үҙәк буйлап килгәндә Шәкирә әбей соҡоро тигән ер бар. Шәкирә исемле әбей мейесен аҡлар өсөн ошонан аҡ балсыҡ алып йөрөгән.
Ағиҙелдең аръяғында Ҡаршы туғай һәм саҡ ҡына аҫтараҡ ауылға ҡарап тороусы текә генә ғорур Ҡаршыҡая тора.
Ауылдың иң түбәнге осон Болаҡ тиҙәр.
Болаҡ - бәләкәй йылға тигәнде аңлата. Әүәле бында матур әрәмәлек һәм бәләкәй генә йылғаһы булды, һаҙматлы урын ине.
Ер-һыуҙарыбыҙҙың атамаларын киләсәк быуындарға тапшырыу – беҙҙең бурыс. Ошо бурысты һәр кем яҙма рәүештә лә, телдән дә үтәй йөрөһә ине...