Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
28 Октябрь 2020, 11:00

Тормош үҙе ике “бишле” ҡуя

Мин үҙем Тимер ауылы ҡыҙымын. Ғаиләлә беҙ алты бала үҫтек. Минең бер туған ике апайым бар.Улар, апай булараҡ, миңә һәр саҡ өлгө булды. Бөгөн һүҙем һеңлем тураһында.

Мин үҙем Тимер ауылы ҡыҙымын. Ғаиләлә беҙ алты бала үҫтек. Минең бер туған ике апайым бар.Улар, апай булараҡ, миңә һәр саҡ өлгө булды. Бөгөн һүҙем һеңлем тураһында.
Иркә менән беҙҙең йәш айырмаһы ике йыл. Һәм ул - минең бер туған бер бөртөк һеңлем. Шуға ла бала саҡта ла, үҫкәс тә һеңлем менән бергә күргән, кисергәндәр байтаҡ. Студент саҡтар ҙа бергә үтте. Икебеҙ ҙә Стәрлетамаҡта уҡыныҡ. Осрашһаҡ, иҫкә алаһы хәтирәләр бик күп. Ләкин мине Иркә менән беҙҙең күп нәмәгә ҡараштарҙың тап килеүе, бер төрлөрәк баһа биреүебеҙ айырыуса яҡын итәлер, тип уйлайым. Шулай уҡ уның тормошҡа позитив ҡарашы, айыҡ аҡыл менән эш итеүе һоҡландыра.
Бәләкәйҙән ул бөтмөр, сос булды. Ҡушҡан эштәрҙе тиҙ генә башҡарып, уйлағанын сатната әйтеп торор ине. Беҙ уның менән бала саҡта, атай-әсәйемдәр өйҙә булмағанда, көн буйы ҡурсаҡ уйнайбыҙ. Ҡурсаҡ, тигәндән, магазиндан һатып алынғаны юҡ ине башта. Утын ярғандағы ағас таптарынан, йәиһә йылға буйындағы матур шыма таштарҙан ҡурсаҡ та яһайбыҙ, уйынсыҡ йорт –йыһаз да төҙөп алабыҙ ҙа, фантазиябыҙ еткәнсә, хыял донъяһына сумабыҙ.
Татыу булдыҡ беҙ һеңлем менән. Бер ҙә үпкәләшкәнде хәтерләмәйем, тиер инем, бер булды. Беҙ икәү олатайымдарға, Иҫәнғазыға, ҡунаҡҡа барғайныҡ. Шунан эләгә-һарҡа ҡайтып килеш. Иҫке Собханғолға Рысбай ағайым килтереп китте. Ә Тимергә йәйәүләп юлға сыҡтыҡ. Янһарыны үткәс, мин ауылға илтер бер һуҡмаҡты һайланым, ә ул-икенсене. Мин, апай кеше, үҙ һүҙемде һүҙ итке килә, тик Иркәм үҙ һуҡмағынан китте. Бер аҙҙан мин уның дөрөҫ юлдан китеүен аңлап, шул һуҡмаҡҡа боролдом. Бәләкәй генә сағынан, дөрөҫлөк уның яғында икәнлеген аңлағанда, сигенеү белмәгән икән һеңлем! Һәм ошо холҡо уны ғүмере буйы оҙата килә. Ҡурсаҡ, тигәндән, магазиндан алынған ҙур матур ҡурсағы ла булды һеңлемдең.
Ул, ауырып, бик оҙаҡ больницала ятты. Бәләкәй генә көйө бер үҙе! Әсәйем, әүрәтеп, ҡурсаҡ та, китаптар ҙа алып биргән. Ҡурсағын бер саҡ өйгә биреп ҡайтарған. Эй шул ҡурсаҡҡа ҡарайым да һеңлемде һағынам. Ошо һағыныу һаман да иҫемдә. Баҡһаң, ғүмер буйына мин уның фекеренә, баһаһына ныҡ иғтибар итәм икән.
Больницала ятҡанында башланғыс класта ғына уҡыған һеңлем, әсәйемдән алдырып, Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә” романын уҡып сыҡҡан. Хәҙер инде уның уҡыған китаптарының иҫәбе-һаны юҡ! Шул тиклем китап уҡырға ярата. Һағынышып осрашҡан мәлдәребеҙҙә беҙ, хәлдәрҙе белешкәндән һуң, уҡыған китаптар тураһында әҫәрләнеп, илай-илай һөйләшәбеҙ. Балалар беҙҙең был ғәҙәткә аптырамайҙар. Килен, кейәүҙәр ҙә беҙҙең әңгәмәгә ихлас ҡушылып китә, шул китаптарҙы уҡыу теләге уларҙа ла уяна. Был фекер алышыуҙар беҙҙең күңелдәрҙе байыта, рухи ҡәнәғәтлек бирә. Шуға күрәлер ҙә инде Иркәнең тормош иптәше Мөнир кейәү ҙә, минең тормош иптәшем дә, беҙҙең дуҫлыҡты хөрмәт итеп, мөмкин булған һәр осрашыуҙы тормошҡа ашырып ҡуйырға тырышалар.
Бына ошо көндәрҙә һеңлем үҙенең матур юбилейын билдәләй. Билдәле сәбәптәр арҡаһында, Иркәне ғүмер байрамы менән ҡотлап, өҫтәл түрендә ултырып булмай әлегә. Шулай ҙа шатлыҡлы байрам кәйефен тыуҙырыр сәбәптәр күп уның тормошонда. Мөнир кейәү менән матур ғаилә ҡороп, һылыу һәм аҡыллы ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙар үҙ парҙарын табып, гөрләтеп йәшәп яталар. Һеңлем кейәү менән бөгөнгө көндө бәхетле олатай-өләсәй булып, мәж килеп донъя көтәләр. Донъялары гөлгә күмелеп, балҡып ултыра уларҙың. Эшендә лә хөрмәтле, тәжрибәле уҡытыусы ул. Бына инде утыҙ өс йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып таныш һуҡмаҡтан мәктәбенә йүгерә. Уҡыусыларын шул тиклем яратып, бар күңелен биреп эшләй ул. Шуға ла мәктәпте тамамлап киткән уҡыусылары онотмай, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп торалар. Наградалары бармы икән? Юҡтыр. Ярамһаҡланып, кемгәлер ярарға тырыша торған холҡо юҡ. Ә бына уҡыусыларының төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашҡанын, еңгәндәрен беләм. Был турала уҡытыусыға хас ғорурлыҡ, һөйөү менән һоҡланып сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Уларҙың бәләкәй генә еңеүенә лә ҙур өмөттәр бағлай, ышана. Ысын мәғәнәһендәге уҡытыусы ғына шулай итә белә!
Иркәнең теле бай, фәлсәфәүи фекер йөрөтөү хас уға.
Йәш кенә саҡ ине. Ул әле студент, ә мин Көйөргәҙелә йәшәйем. Ул ҡунаҡҡа килгәс, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Таныштарҙы һорашам. Ниндәйҙер оҡшамаған нәмәләр тураһында фекер алышҡас, Иркә үҙенә генә хас ирония менән өҫтәп ҡуя: “Эйе, апай, был донъяла һин һәйбәт тә мин һәйбәт. Башҡалар барыһы ла насар”. Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тигән ҡараш тәрбиәләү өсөн миңә онотолмаҫ һабаҡ булды был. Хәҙер ҙә телефон аша һөйләшеп алһаҡ, мин һеңлемдең һөйләгәндәрен хәтеремдә һаҡлап, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөйөм. Уйлыға уй һала белеү һәләте бар унда.
Мәктәп уларҙың икенсе өйө булды. Кейәү менән икеһе лә үҙ эштәрен яратып, фанаттарса бирелеп эшләйҙәр. Мөнир кейәү хәҙер хаҡлы ялда. Ләкин яҡташтары, ауылдаштары көнитмеше, яҙмышы уларға бер ҡасан да тик ултырырға ирек бирмәй. Йәмәғәт эштәрендә лә икеһе лә бик әүҙем. Килдеғолда хөрмәтле ғаиләнән һанала улар. Шуға күрә кейәү менән икеһенең ауылдаштары, яҡташтары алдында абруйҙары ҙур.
Нисек йәшәһәк тә ғүмер тиҙ үтә. Мәғәнәле, бай йөкмәткеле, матур йәшәй белеүҙәргә ни етә?
Күркәм ғүмер байрамы менән һеңлемде ихлас ҡотлайым.Бөгөнгө ҡатмарлы заманда күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, үрҙә иҫкә алып киткән матур сифаттарыңды тағын да байытып, ғүмер үрҙәренә артылыуыңды дауам ит. Әлбиттә, ныҡлы һаулыҡ, эшеңдә уңыштар, кейәү менән төҙөгән донъяғыҙҙың рәхәтен күреп, балалар, ауылдаштар хөрмәтенә төрөнөп, парлы бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем.Байрамың ҡотло булһын, һеңлем, тормош һиңә үҙе ике “бишле” ҡуя!
Читайте нас: